Ҡурай
+18 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
25 Декабря 2024, 11:39

Яңауыл уҡыусылары — Өфөлә Шыршы байрамында

Бөгөн, 25 декабрҙә, Өфөлә  Башҡортостан Башлығының  Шыршы байрамы үтте

Яңауыл уҡыусылары — Өфөлә Шыршы байрамындаЯңауыл уҡыусылары — Өфөлә Шыршы байрамында
Яңауыл уҡыусылары — Өфөлә Шыршы байрамында

«Башкортостан»  дәүләт концерт залында  барған сарала  махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың, эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең балалары, уҡыу алдынғылары, олимпиада һәм спорт ярыштары еңеүселәре ҡатнашты. Шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр, етемдәр һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикле уҡыусылар саҡырылғайны.

Республиканың төп Шыршы байрамында Яңауылдан һигеҙ бала ҡатнашты.

Автор:Раушания Гарифуллина
Читайте нас