Ҡурай
+10 °С
Ясно
Урындағы яңылыҡтар
16 Января 2025, 12:30

Ағиҙелдә көмөш ирекмәндәр яугирҙар өсөн туҡмас әҙерләй

Уҙған дүшәмбелә ҡалабыҙҙың көмөш ирекмәндәре йәнә Башҡорт гимназияһы ашханаһына йыйылды һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн туҡмас әҙерләүҙе ойошторҙо.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ағиҙелдә көмөш ирекмәндәр яугирҙар өсөн  туҡмас әҙерләйАғиҙелдә көмөш ирекмәндәр яугирҙар өсөн  туҡмас әҙерләй
Ағиҙелдә көмөш ирекмәндәр яугирҙар өсөн туҡмас әҙерләй

Бөгөн татарҙар һәм башҡорттар ғына түгел, башҡа милләт вәкилдәре лә өйҙәге ризыҡты нәҙек киҫелгән туҡмасһыҙ күҙ алдына килтерә алмай. Әсәйҙәр һәм ҡатындар махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан улдарына һәм ирҙәренә туҡмас ебәрә башлағас, уның популярлығы артҡан. Был ризыҡ ҡына түгел - ошо йылылыҡты һәм ярҙамды ирекмәндәребеҙ һәр яугирға тапшыра.

Гимназияла киҫелгән туҡмастан тыш, М.Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабына пенсионер ҡатындар һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың туғандары өйҙәрендә туҡмас киҫеп тә алып килде.

Шулай уҡ «Савитар» өҫтәмә белем биреү үҙәге педагогтары яугирҙәребеҙ өсөн туҡмас әҙерләне.

Барыһы 300 йомортҡанан туҡмас киҫкәндәр, тип иҫәпләп сығарғандар.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас