Ҡурай
+16 °С
Ясно
Урындағы яңылыҡтар
24 Января 2025, 06:10

Туҡмаслы аш яу ҡырында ла иң тәмлеһе

Ҡалабыҙҙың көмөш ирекмәндәре Башҡорт гимназияһы оҫтаханаһында йәнә йы­йылып, махсус хәрби операциялағы яугирҙарға өй туҡмасы әҙерләне.

Туҡмаслы аш  яу ҡырында ла  иң тәмлеһеТуҡмаслы аш  яу ҡырында ла  иң тәмлеһе
Туҡмаслы аш яу ҡырында ла иң тәмлеһе

Әсәйҙәр һәм ҡатындар махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан улдары, ирҙәренә туҡмас ебәрә башлағас, уның популярлығы һиҙелеп артты. Был ризыҡ ҡына түгел, ә һәр яугирға ебәргән күңел йылыһы ла бит.

Мин бындай сараларға бер үк кешеләр йөрөй, тип уй­лай инем. Әммә билдәләнгән ваҡытҡа Башҡорт гимназияһы оҫтаханаһына килгәс, бының улай түгеллеген аңланым.

Сара башланыр алды­нан ике ҡатындың полиэти­лен пакеттарҙа әҙер туҡмас ҡалдырып, тиҙ генә ҡайтып китеүенә иғтибар иттем. Хаҡлы ялдағы Даниә Миңлекәева һәм Зилә Вәлиуллина булып сыҡты улар. Ауырыу сәбәпле, өмәлә ҡатнашманылар. Шуға ҡарамаҫтан, был изге эштән ситтә ҡалалмағандар - тукма­сты өйҙә киҫеп алып килгәндәр. Бындай ҡатын-ҡыҙҙар, иҫ киткес кешеләр менән осрашҡас, беҙҙең илҙе, ысынлап та, еңеү мөмкин түгел, тип уйлап ҡуйҙым.

Рәмилә Ғимашеваға — 70 йәш. Бындай сарала ул тәүге тапҡыр ҡатнаша, һәм был һиҙелә лә. Башта ул ситтәрәк торҙо, ә уның ҡулдары, әйтерһең дә, ҡамыр йәйеү өсөн генә яралған. Һәм минең фараз­лауым ысынға сыҡты. Ул 4-се балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләгән. Дөйөм хеҙмәт стажы 42 йыл тәшкил итә.

Шунан уның элек­ке хеҙмәттәштәре Филара Баһманова һәм Наталья Ва­гина килде. Һәм бергә уларға күңеллерәк булып китте. Филара — Әлшәй, ә Наталья Стәрлетамаҡ районынан.

Венера Заһретдинова гим­назияла башланғыс кластарҙы уҡыта. Уҡыусылары тормошта ҙур уңыштарға ирешә. Мәҫәлән, Санкт-Петербург дәүләт университетының 3-сө кур­сында белем алған уҡыусыһын шәхсән беләм.

— Эшләгәс, бындай сараларҙа гел ҡатнаша алмайым. Бөгөн сара беҙҙең гимназияла үткәс, шуға ситтә ҡалманым, — ти Ве­нера Ихсан ҡыҙы.

Римма Хәбирова ҡалабыҙҙа 1987 йылдан башлап йәшәй. Ул Башҡорт АЭС-ының Төҙөлөш дирекцияһында диспетчер булып эшләгән. Ә сығышы менән Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауы­лынан. Был Рәсәй Геройы, Башҡорт кавдивизияһының ле­гендар командиры Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған ауылы, тиһәм, бер кемгә лә ҙур сер ас­мам, моғайын.

Сараның төп геройы Флүзә Садыҡова ине. Ул Краснокама районының Яңы Йәнйегет ау­ылында донъяға килә. Дәүләт страховкалауы өлкәһендә эшләй. Ә тормош иптәше Фәнил Садыҡов янғын һүндереү һағында көс һала. Флүзә һәм Фәнил ике ул — Максим һәм Рәмилде тәрбиәләп үҫтерә. Бөгөн ике улдары ла махсус хәрби операцияла хеҙмәт итә. Рәмил күптән түгел ҡыҫҡа ваҡытлы от­пускыла булып киткән.

Был ғаиләгә арнап йырҙар башҡарылды, ә сарала ҡатнашыусылар һуғыштың тиҙерәк тамамланыуын һәм ир-егеттәребеҙҙең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләне.

Шуны ла әйтәм, яугирҙар өсөн туҡмасты «Савитар» өҫтәмә белем биреү үҙәге уҡытыусылары ла әҙерләне. Ҡала халҡы, улар иҫәбенән хаҡлы ялдағылар һәм МХО-ла ҡатнашыусыларҙың туғандары М.Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабына туҡмас һәм сәк-сәк килтерә.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас