

Ғинуарҙа Руслан Юлтаевтың 2015 йылда «Башҡортостан» киностудияһында башҡорт телендә төшөрөлгән «Өс хат» фильмы күрһәтелә башланы. Был фильм бик күп наградаларға лайыҡ булған. Фильмда талантлы актёрҙар Зиләрә Юлтаева, Физәлиә Рәхимова, Вәкилә Ҡалмантаева, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Әхәт Хөсәйенов, Гөлнара Йәрмиева, Айгөл Зөбәйҙуллина һәм Ләйсән Кәримова уйнайҙар.
Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы йылында фильм һис ҡасан булмағанса актуаль.
...Алыҫ башҡорт ауылында 1941-1942 йылдарҙың ҡышы һалҡын килә. Әммә ауыл ҡатындарын фронттан ирҙәренән хәбәр алыуға өмөт йылыта.
Хазина исемле йәш г е р о и н я н ы ң х ә л д ә р е яҡшыларҙан түгел. Ул бала көтә, шуға ла өләсәһе менән мөнәсәбәттәре насар. Барыһы ла кейәүенең фронтҡа саҡырылыуы менән ҡатмарлаша, улар никах уҡып өлгөрмәй. Һөйгәненән хәбәр көтөү Хазина өсөн бик ауыр, ул тәрән уйҙарға бата.
Етмәһә, уның күрше ҡатынына «похоронка» килә. Был яңылыҡ Хазинала борсолоу һәм яңғыҙлыҡ тойғоһон көсәйтә. Бындай осраҡтарҙа уға айырыуса ярҙам кәрәк, ләкин яҡындары ла һәр ваҡыт ярҙам итә алмай. Тирә-яҡта шул тиклем ауыр шарттар һәм юғалтыуҙар булғанда, уға артабан йәшәргә нисек көс табырға?
Һуғыш йылдарында ауыл почтальондарына ла еңел түгел. Өсмөйөшлө хат килтереү - бер эш, ә үлем тураһында белдереү ҡағыҙын алып барып тапшырыү - бөтөнләй икенсе. Хазинаға килгән хаттарҙы нишләтергә һуң?
Фильм – өмөт һәм яҡшылыҡҡа ышаныу хаҡында. Улар хатта иң тәрән күңел яраларын да һауыҡтырырлыҡ ҡеүәтле дарыуҙар.
Ләкин иң мөһиме - ваҡыт. Уның күңел әрнеүе тураһындағы хәтирәләрҙе йыуыу, яңы өмөттәр һәм яҡты мәлдәр өсөн урын ҡалдырыу һәләте бар.
Фильмды ҡарағандан һуң тамашасылар хәтирәләр донъяһына сума. Күптәре өләсәйҙәренең ирҙәренең ф р о н т т а н ҡ а й т ы у ы н түҙемһеҙләнеп көтөүҙәрен иҫенә төшөрә. Был уларға ата-бабаларыбыҙҙың ниндәй ауырлыҡтар күргәнен яҡшыраҡ аңларға һәм тыныс күк йөҙө өсөн тағы ла ҙурыраҡ рәхмәт тойғоһо кисерергә мөмкинлек бирә.
Башҡорт гимназияһынан башҡорт теле уҡытыусыһы Рәмилә Сәлихова фронттан туғыҙ йылдан һуң ғына әйләнеп ҡайтҡан туғаны тарихын һөйләне. Ул контузия алып, хәтерен юғалтҡан һәм оҙаҡ ваҡыт ил буйлап йөрөгән. Ә ҡатыны уны көткән.
«Өс хат» - һуғыш хаҡында ғына түгел, ә рух көсө, мөхәббәт һәм тормоштоң ауыр осоронда бер-беребеҙгә ярҙам итеүҙең мөһимлеген раҫлаусы ла фильм.