Ҡурай
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
24 Ғинуар 2025, 08:31

«Яңауыл башҡорттарына ҙур рәхмәт!»

Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышы үтте

«Яңауыл башҡорттарына ҙур рәхмәт!»
«Яңауыл башҡорттарына ҙур рәхмәт!»

22 ғинуарҙа Яңауылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы йомғаҡтары менән урындағы халыҡты таныштырыу, алға бурыстар билдәләү маҡсатында район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышы үтте.

Сара йәштәр мәҙәниәт һарайында ойошторолғайны.

Киңәйтелгән ултырышты Яңауыл районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәрит Шәрәфетдинов алып барҙы. Сараны сәләмләү һүҙҙәре менән район Советы секретары Инзилә Ибраһимова асып, урындағы башҡорттар ҡоролтайының иң әүҙем йәмәғәт ойошмаларының береһе булыуын, уның тарафынан бик күп һөҙөмтәле эштәр атҡарылыуын билдәләне.

Артабан һүҙ ғалим, тарихсы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше мәсьәләләре буйынса комиссияһы рәйесе Азат Ярмуллинға бирелде. Ул  Ватанды һаҡлаусылар йылының бурыстары хаҡында белдерҙе, илебеҙ оло һынау кисергәндә айырыуса берҙәм булыу кәрәклеген билдәләне.

Милли ойошманың VI съезы резолюцияһы менән сара делегаты Әнисә Хөсәйенова таныштырҙы, мөһим йыйындың нисек үткәне, ниндәй мәсьәләләрҙең өҫтөнлөккә алынғаны тураһында бәйән итте. Шулай уҡ алтынсы съезд делегаты Светлана Хашимова урындағы башҡорттарҙың заманса үҫеш мөмкинлектәренән нисек файҙаланыуы хаҡында һөйләне. Ул "Башҡорт ырыуы Уран. Үткәне, бөгөнгөһө. Киләсәге" проекты менән гранттар конкурсында ҡатнашыуға бәйле фекерҙәре менән уртаҡлашты.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Аҡһаҡалдар ҡоро ағзаһы Рафаил  Яхин тарихи шәхестәребеҙҙең исемен мәңгеләштереү йәһәтенән башҡарған эштәргә байҡау яһаны.

Артабан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше мәсьәләләре буйынса комиссияһы рәйесе Азат Ярмуллин яңы китап - билдәле башҡорт эшмәкәре Хәлим Әмировтың тыуыуына 130 йыл тулыу уңайынан донъя күргән йыйынтыҡ менән таныштырҙы.

- Был китап Яңауыл башҡорттары ҡоролтайының тәҡдиме буйынса 6-сы съезға бағышлап сығарылды. Ул Башҡорт Республикаһын булдырыу осорондағы мөһим ваҡиғаларҙа әүҙем ҡатнашҡан милләттәшебеҙ Хәлим Әмировтың тормош һәм эшмәкәрлек юлы тураһында. Шәхестәрен онотмаған, күтәрә белгән, исемдәрен мәңгеләштереүгә ҙур иғтибар бүлгән Яңауыл башҡорттарына ҙур рәхмәт! - тине Азат Ярмуллин.

 

Илдар Шәрипов фотолары

 

«Яңауыл башҡорттарына ҙур рәхмәт!»
«Яңауыл башҡорттарына ҙур рәхмәт!»
Автор: Раушания Гарифуллина
Читайте нас