+14 °С
Облачно
Ошо көндәрҙә Яңауылдың 4-се мәктәбенең 10-сы класс уҡыусылары тарих уҡытыусыһы һәм мәктәптең тыуған яҡты өйрәнеү музейы етәксеһе Рузина Зифҡәт ҡыҙы Нуретдинова етәкселегендә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан тимер юлсылар һәйкәлен ҡарҙан таҙартты.
Хәҙер һәйкәлде Ватанды яҡлаған геройҙарға хөрмәт күрһәтергә теләгән һәр кем ҡарай ала.