Ҡурай
+27 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
6 Февраля 2025, 09:15

Асык ишектәр көнө уҙҙы

Ағиҙел ҡалаһының Р.Холбан исемендәге 1-се мәктәптә Өфө дәүләт нефть техник университетының Асыҡ ишектәр көнө уҙҙы.

Асык ишектәр көнө уҙҙыАсык ишектәр көнө уҙҙы
Асык ишектәр көнө уҙҙы

Буласаҡ абитуриенттарға уҡырға инеү тураһында тулы мәғлүмәт, шул иҫәптән ташламалар һәм файҙалы кәңәштәр бирелде.

Сара барышында Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм Р.К. Холбан исемендәге 1-се мәктәп араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө.

Мәктәп университеттан бүләк - компьютерға тоташыу мөмкинлеге булған телескоп-рефрактор алды. Хәҙер уҡыусыларҙың планеталарҙы күҙәтеү мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк, был астрономия һәм тирә-яҡ мөхит буйынса дәрестәрҙе яңы кимәлгә сығарасаҡ.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас