Урындағы яңылыҡтар
11 Февраля 2025, 12:10

Ағиҙелдә йәштәр өсөн яңы киңлек асылды

Ағиҙелдә йәштәр киңлеген асыу тантанаһы һәм өсөнсө «Ағиҙел - тартылыу нөктәһе» форумы үтте. Хәҙер бында йыйылып, саралар үткәрергә, проект эшмәкәрлеге менән шөғөлләнергә һәм дуҫтар, фекерҙәштәр компанияһында ял итергә мөмкин.

Ағиҙелдә йәштәр өсөн яңы киңлек асылдыАғиҙелдә йәштәр өсөн яңы киңлек асылды
Ағиҙелдә йәштәр өсөн яңы киңлек асылды

Был йәштәр киңлеге  «Йәшлек. Регион» республика программаһы ярҙамында асылды. Проектты ғәмәлгә ашырыу алты ай ваҡытты алды, хәҙер бында әүҙем ял өсөн кәрәкле бөтә нәмәләр бар: коворкинг-зона, конференциялар залы, киберкиңлек, антикафе, кинозал һәм лаундж-зона. Былар барыһы ла йәш быуын тулы һәм ижади тормош менән йәшәй алһын өсөн булдырылған.

 Йәштәр киңлеген асыу көнөндә бында өсөнсө «Ағиҙел - тартылыу нөктәһе» форумы үтте. Сарала ҡунаҡтар - БР Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Гөлнара Ғәлимова; БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы комиссияһы рәйесе Егор Тарасевич, БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының граждандар мәғарифы бүлеге начальнигы Азат Хафизов, «Беренселәр хәрәкәте» төбәк бүлексәһе рәйесе Рәмис Хәсәнов , журналист, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы  Ильяс Батыргәрәев ҡатнашты.

Пленар ултырыш барышында форумда ҡатнашыусылар араһында асыҡ диалог үтте, уның һөҙөмтәһендә бер нисә мөһим ҡарар ҡабул ителде. Уларҙың береһе ҡала КВН конкурсын үткәреү булды, унда еңеүсе республика конкурсында ҡатнашасаҡ. Республика конкурсын шулай уҡ Ағиҙел йылғаһы буйында үткәрергә тәҡдим ителде. Бынан тыш, ҡала хакимиәте Ағиҙел йәштәренең өс проектына ярҙам итергә, уларға 100 мең һум бүлергә ҡарар итәсәк. Шулай уҡ ҡалала фиджитал-спортты үҫтерергә һәм республика ярыштарын үткәрергә ҡарар ителде.

Кофе-брейктан һуң ҡатнашыусылар ете тематик майҙансыҡта эшләне.

Форум Ильяс Батыргәрәевтың «Ағиҙел» спорт-ял итеү үҙәгендә концерты һәм йәштәр дискотекаһы менән тамамланды.

Автор:
Читайте нас