Ҡурай
+11 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Урындағы яңылыҡтар
11 Февраля 2025, 12:41

Балалар һуғыш тураһында спектакль ҡуйҙы

Ағиҙелдә Марина Клишинаның сценарийы буйынса "Балалар, һуғыш..." спектакленең премьераһы уҙҙы. Ролдәрҙе йәш актёрҙар башҡарҙы, уларға режиссерҙар Рәсимә Сәләхова һәм Алһыу Хузина етәкселек итте.

Балалар  һуғыш тураһында спектакль ҡуйҙыБалалар  һуғыш тураһында спектакль ҡуйҙы
Балалар һуғыш тураһында спектакль ҡуйҙы

Тамашасылар ауыр тынлыҡ менән сәхнәлә барған хәлдәрҙе күҙәтте. Яҙмыш ҡушыуы буйынса Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында интернатҡа эләккән балаларҙың тормошо һәм яҙмышы тураһында хикәйә бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Спектакль бер тында үтте һәм тамашасыларҙың күңеленә үтеп инде.

Йәш актерҙар Анастасия Ғилфанова, Елизавета Шеметова, Азалия Вәлиуллина, Полина Шарапова, Екатерина Шеметова, Даниил Чигвинцев, Анастасия Рыбалко, Камилла Тимерғәлиева, Элина Магзумова, Әмир Ермолович тамашасыларҙы үҙҙәренең уйнауы һәм ихласлығы менән таң ҡалдырҙы.

Сюжет ябай - һуғыш башлана, балалар уның үҙәгенә була, уның бөтә ҡот осҡос хәлдәрен күрә. Ваҡиғалар иртәндән үк башлана. Бомба шартлауынан күк йөҙөн тәбиғи яҡтылыҡ солғап ала... Тамашасы фажиғәле һәм героик ваҡиғаларҙың шаһиты була. 

Спектакль тамамланғандан һуң, тамашасылар оҙаҡ таралмай торҙо. Берәүҙәр сәхнәлә  күргәндәрен өнһөҙ күҙ алдына килтерҙе, икенселәр иһә ҡайһы берҙә өлкән актерҙарҙың хәленән килмәгәнде сәхнәлә кәүҙәләндерә алған балаларҙың оҫталығынан һоҡланды. “Кешеләр, уйланығыҙ,  һуғыштар мәңгегә бөтһөн!” -  был һүҙҙәр һәр кешенең ҡолағында яңғыраны.

  Тамашасылар сәхнәгә сығып, артистарға рәхмәт белдерҙе. Улар күҙ йәштәрен йәшермәне. Бөтә зал аяғүрә баҫып, оҙаҡ ҡына алҡышланы. Улар араһында бөгөнгө көндә махсус хрби операцияла ҡатнашҡан яугир Илдар Закиров та бар ине. Ул сәхнәгә сығып, артистарға һәм режиссерҙарға тубыҡланып баш эйҙе.  Һәләтле йәш артистарҙы ҡала округы хакимиәте башлығы Денис Ирназаров та йылы ҡотланы.

Спектакль өҫтөндә «Иҙел» мәҙәниәт йорто директоры Виктория Паршакова, хореограф Регина Хаматова, костюмдар буйынса рәссам Ксения Трегубова һәм декорациялар буйынса рәссам - Ильяс Ғимаев, тауыш операторы Зөлфәт Тимеров, яҡтылыҡ операторы Олег Лутчин, методист Гүзәл Басырова эшләнеләр.

 

 

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас