Китапхана методисы Нурия Исламова әҙерләгән уйында өс команда ҡатнашты - Руслан Холбан исемендәге 1-се урта мәктәптән, 2-се урта мәктәптән һәм Башҡорт гимназияһынан.
Ағиҙелдә Рәми Ғариповтың туғаны Рәфил Ғәйфуллин йәшәй икән. Ул да уҡыусылар менән осрашыуға саҡырылғайны, ләкин ауырып, сарала ҡатнаша алманы. Уның урынына уның дуҫы һәм яҡташы Мәҡсүтйән Низамов килде. Мәҡсүтйән ағай кисәлә ҡатнашыусыларҙы сәләмләне һәм уларға уңыштар теләне. Ә Рәфил Ғәйфуллин менән яңы осрашыу ойошторорға вәғәҙә иттеләр.
Командаларға шағирҙың биографияһы һәм ижады менән бәйле һорауҙар бирелде. Яуаптарҙы Хафаса Шәйехырҙина етәкселегендәге компетентлы жюри тикшерҙе.
Өсөнсө урын 2-се урта мәктәптең «Ете ҡыҙ» командаһына бирелде. Икенсе урынды Башҡорт гимназияһынан «Сәсән» командаһы алды. Беренсе урынды Руслан Холбан исемендәге 1-се урта мәктәптең «Башҡорт теле белгестәре» командаһы алды. Был командаға «Афарин!» тип әйтергә генә ҡала, улар үҙ командаһының исемен ысынлап та раҫланы.
Балаларҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Ғәмилә Харасова, Зимфера Мөтиғуллина, Шакирә Ямалова һәм Рәмилә Сәлихова әҙерләне.
Ә ҡала китапханаһы коллективына яратҡан шағирҙың тыуған көнөндә ошондай ҡыҙыҡлы кисә ойошторғандары өсөн ҙур рәхмәт.