Ҡурай
+19 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
18 Февраля 2025, 12:19

Тәрбиәселәр көс һынашты

Ағиҙелдең 5-се «ПИН һәм ГВИН» балалар баҡсаһында сағыу һәм күптән көтөлгән ваҡиға - «Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы - 2025» конкурсының муниципаль этабының финалы уҙҙы.

Тәрбиәселәр көс һынаштыТәрбиәселәр көс һынашты
Тәрбиәселәр көс һынашты

 Был мәктәпкәсә йәштәге балалар менән эшләүсе педагогтарҙың оҫталығын һәм профессионализмын баһаларға мөмкинлек биргән әһәмиәтле сара булды.

 Конкурста иң яҡшы дүрт педагог ҡатнашты. Улар юғары әҙерлек кимәлен һәм һөнәрҙәренә һөйөүен күрһәтте. Улар балалар менән саралар һәм ата-әсәләр менән аң-белем таратыу сараһын, финалда оҫталыҡ дәрестәрен күрһәтте.

Еңеүсе  4-се балалар баҡсаһы педагогы Нурышева Алина Илдар ҡыҙы яуланы, икенсе урында   1-се «Йәйғор» балалар баҡсаһы уҡытыусыһы Рәхимйәнова Ләйсән Мирғаяз ҡыҙы булды, өсөнсөлә -5-се «ПИН һәм ГВИН» балалар баҡсаһы уҡытыусыһы Хәзипова Резида Рим ҡыҙы.

 4-се балалар баҡсаһы педагогы Хафизова Гөлназ Мозаллиф ҡыҙы «Туған телдә уҡытылған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы - 2025» республика конкурсында ҡатнашты.

 Конкурс еңеүсеһе киләһе йылда ҡалабыҙҙы республика кимәлендә күрһәтәсәк. Конкурста ҡатнашыусыларға бүләктәрҙе Ағиҙел ҡалаһының мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Динис Зәләф улы Мостафин тапшырҙы.

 Беҙ конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла хеҙмәттәре, һөнәрҙәренә тоғролоғо һәм камиллыҡҡа ынтылышы өсөн ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Уларға артабан да педагогик эшмәкәрлегендә уңыштар һәм яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ!

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас