

Күптән түгел ул район «Йыл уҡытыусыһы» конкурсында еңеүсе тип танылды.
Бында ул 2016 йылда эшкә ҡайта. «Коллектив бәләкәй генә, әммә бик татыу. Берберебеҙгә һәр ваҡыт ярҙам итеп эшләйбеҙ», - ти педагог.
“Мари мәктәбендә эшләп китеү ауыр булманымы?» – тигән һорауыма, ул «юҡ» тип яуап бирҙе. «Сөнки мәктәптә уҡығанда уҡ бүтән милләт балалары менән бергә уҡыныҡ. Андреевка, Сытырмандан удмурт балалары килеп уҡый ине. Һуңыраҡ мин башҡорт теле менән мари теленең оҡшаш яҡтары бар икәнен белдем. Шулай итеп, дәрестә метапредмет бәйләнеш булдырабыҙ. Мәҫәлән, мари телендә лә [ө], [ү], [ң] өндәре бар. Мин балаларҙы - башҡорт теленә, улар мине мари теленә өйрәтә”, - ти Зинфира Зәүйир ҡыҙы.