Ҡурай
+19 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
6 Апреля 2025, 04:52

Ағиҙел спортсылары Башҡорт Шахмат Лигаһының этабында көмөш миҙал яуланы

Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе шахмат командаһы 5 апрелдә Нефтекамста үткән Башҡорт Шахмат Лигаһының өсөнсө этабында көмөш миҙал яуланы.

Ағиҙел спортсылары Башҡорт Шахмат Лигаһының этабында көмөш миҙал яуланыАғиҙел спортсылары Башҡорт Шахмат Лигаһының этабында көмөш миҙал яуланы
Ағиҙел спортсылары Башҡорт Шахмат Лигаһының этабында көмөш миҙал яуланы

10 бала шахмат тақтаһының һәр күҫәре өсөн көрәшеп, ғәҙәттән тыш осталыҡ һәм команда рухын күрһәтте. Команданы тренер Светлана Гаттиевна Яхина әҙерләне.

Май айында командабыҙ Уфаға юл тотасаҡ һәм чемпион исеме өсөн көрәшәсәк. 



Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас