Ҡурай
+16 °С
Дождь
Урындағы яңылыҡтар
6 Апреля 2025, 04:22

Ағиҙелдә мәктәп «Беренселәр хәрәкәте» гранты эйәһе булды

2-се мәктәп "Беренселәр" хәрәкәте грант конкурсында "Хәтер тауышы" мәктәп хор фестивале проекты менән еңеү яуланы.

Ағиҙелдә мәктәп  «Беренселәр хәрәкәте» гранты эйәһе булдыАғиҙелдә мәктәп  «Беренселәр хәрәкәте» гранты эйәһе булды
Ағиҙелдә мәктәп «Беренселәр хәрәкәте» гранты эйәһе булды

"Хәтер тауышы" фестивале - хор сәнғәте аша тарихи хәтерҙе һаҡлау һәм балаларҙы патриотизмға тәрбиәләү бурысын күҙ уңында тотҡан инициатива. Фестиваль балаларға Бөйөк Ватан һуғышы осоро трагедияһын музыка аша сисереп аңлатырға мөмкинлек бирә.Еңеүсегә 1,5 миллион һумнан артық сумма бирелде. Был аксаға түбәндәгеләр һатып алынасаҡ: профессиональ музыка ҡорамалдары, LED яктыртыу системаһы, интерактив трибуна, һуғыш осоро формалары, принтерҙар, портатив һәм компьютер колонкалары.
Бындай инициативалар йәштәрҙең рухи-әхлаҡи тәрбиәһенә, милләт тарихына мөнәсәбәт формалашыуына зур өлөш индерә. Фестиваль шулай уҡ мәктәптәштәр араһында төйөнсө һөйләшеү мөмкинлеге булдырасаҡ.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас