Ҡурай
+14 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
13 Апреля 2025, 07:30

Ағиҙел ҡала яр буйының үҙгәртеп төҙөлөү проекты федераль дәрәжәлә билдәләнде

Ағиҙел ҡалаһының "Апаиш иҫке үҙәнен яңырыу: башланғыстан бүгенге көнгә" яр буйы үҙгәртеп төҙөлөү проекты Рәсәйҙең иң яҡшы төҙөлөү практикалары федераль реестрына инде. Бына турала Башҡортостан Республикаһы тораҡ-коммуналь хужалығы министры Ирина Голованова белдерҙе.

Ағиҙел ҡала яр буйының үҙгәртеп төҙөлөү проекты федераль дәрәжәлә билдәләндеАғиҙел ҡала яр буйының үҙгәртеп төҙөлөү проекты федераль дәрәжәлә билдәләнде
Ағиҙел ҡала яр буйының үҙгәртеп төҙөлөү проекты федераль дәрәжәлә билдәләнде

Рәсәйҙең Төҙөлөү һәм тораҡ-коммуналь хужалығы министрлығына 88 субъекттан 396 заявка килтерелгән була. Конкурс һайлауы һөҙөмтәһендә илдең 34 төбәгенән 48 иң яҡшы проект реестрға инде, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһынан да. Проект Рәсәй Төҙөлөү министрлығы Эксперт советы күпселегенең уңай баһаһын алды.

"Апаиш иҫке үҙәнен яңырыу: башланғыстан бүгенге көнгә" проектын тормошҡа ашырыу ҡала халҡы өсөн яңы һәм ихтыяжлы ял итеү территорияһын булдырҙы. Үткән йылдың йәйендә бында мәртәбәле байрамдар һәм саралар үткәрелде. Төҙөлөү һөҙөмтәһендә яр буйы һәм пляж ял итеү өсөн ҡаланың иң матур урындарының береһенә әйләнде.

"Ағиҙелде һәм ҡала халҡын был юғары баһа менән ҡотлайым! Был тәжрибә башҡа ҡалаларҙа ла уңышлы ҡулланыласағына ышанам. Тиҙҙән йәй етә, ә был ҡала кешеләре һәм ҡунаҡтары өсөн ғаилә менән ял итеү өсөн бик яҡшы урын буласаҡ", - тип яҙҙы министр.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас