«Ғәжәпле ҡурсаҡтар илендә» ҡала конкурсына 85 заявка килде. Сараға балалар баҡсалары , мәктәптәр, «Савитар» үҙәге, «АРТ банда» рәсем студияһы уҡыусылары ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәтте. Хатта Нефтекама ҡалаһының 13-сө мәктәбе уҡыусылары кеүек ситтән килгән балалар ҙа ҡатнашты.
Конкурс «Йомшаҡ уйынсыҡ ҡурсаҡтар», «Өй театры өсөн ҡурсаҡтар», «Милли кейемдәге ҡурсаҡтар», «Марионетка, планшет һәм таяҡса ҡурсаҡтар» номинацияларында үтте. Күргәҙмәлә «Колобок», «Шалҡан», «Өс айыу», «Тәрәмсәк» әкиәттәренән геройҙарҙы, бәйләнгән, тегелгән, йөн баҫыу һәм оригами техникаһында эшләнгән ҡурсаҡтарҙы күрергә мөмкин булды.