Ҡурай
+26 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
13 Апреля 2025, 06:39

Ағиҙелдә «Зарница 2.0» хәрби-патриотик уйыны үтте

11 апрелдә  «Ағиҙел» спорт-ял итеү үҙәгендә Бөтә Рәсәй «Зарница 2.0» хәрби-патриотик уйынының муниципаль этабы үтте. Сарала ҡаланың уҡыу йорттары вәкилдәре ҡатнашты.

Ағиҙелдә «Зарница 2.0» хәрби-патриотик уйыны үттеАғиҙелдә «Зарница 2.0» хәрби-патриотик уйыны үтте
Ағиҙелдә «Зарница 2.0» хәрби-патриотик уйыны үтте

- Уйынға ете команда ҡатнашты, - тип белдерҙе «Беренселәр» балалар һәм йәштәр хәрәкәте Ағиҙел бүлеге рәйесе Резеда Муллағәлиева. - Йылдан-йыл был уйынға йәштәрҙең ҡыҙыҡһыныуы арта бара, был бик ҡыуаныслы хәл.

Командалар  түбәндәге һынауҙарҙа үҙ оҫталыҡтарын күрһәттеләр: «Стройҙа йөрөү нигеҙҙәре», «Беренсе ярҙам күрһәтеү», «Ғөмуми хәрби белем», «РХБЗ нигеҙҙәре», «Атыу әҙерлеге». Шулай уҡ улар «Рәсәй дәүләтсәлеге һәм хәрби тарих нигеҙҙәре» конкурсында белемдәрен күрһәттеләр.

Йәштәр был ҡыҙыҡлы уйындарҙа өйрәнгән күнекмәләрҙең тормоштоң үҙендә файҙалы булыуын яҡшы аңлай. Иң мөһиме — «Зарница 2.0» уйынында еңеү мөһим түгел, ә ҡатнашыу. 

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас