+21 °С
Облачно


26 майҙа Яңауыл район китапханаһында "Библиотөн - 2025" акцияһы уҙҙы. Бөтә Рәсәй күләмендәге йыл һайын уҙғарылған сара быйыл Бөйөк Еңеүҙең һикһән йыллыҡ юбилейына арналды. Ул кескәй балаларҙы һәм өлкәндәрҙе, ябай китап һөйөүселәрҙе һәм билдәле шәхестәрҙе бер майҙанға йыйҙы. Китапханаға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәр ҙә саҡырылғайны.