Ҡурай
-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Ағиҙел ҡалаһында йәшәүсе"Ватанды һаҡлаусы атаһы" миҙалы менән бүләкләнде

16 майҙа «Торатау» Конгресс-холында «Ватан көсө» форумы үтте. Ул бер юлы ун майҙансыҡта башланды. Төп ваҡиғаларҙың береһе булып «Бергәләп еңербеҙ!" түңәрәк өҫтәле торҙо. Ул махсус хәрби операцияла  ҡатнашыусыларын һәм уларҙың яҡындарын, власть вәкилдәрен, йәмәғәт ойошмаларын һәм ирекмәндәрҙе берләштерҙе.

Ағиҙел ҡалаһында йәшәүсе"Ватанды һаҡлаусы атаһы" миҙалы менән бүләкләнде
Ағиҙел ҡалаһында йәшәүсе"Ватанды һаҡлаусы атаһы" миҙалы менән бүләкләнде

Түңәрәк өҫтәлдә һәләк булған геройҙарҙың ғаиләләрен бүләкләү тантанаһы үтте. Туғандарына Батырлыҡ ордендары, генерал шайморатов миҙалдары, шулай уҡ йәмәғәт наградалары — «Ватанды һаҡлаусы атаһы» һәм «Ҡатын — ҡыҙ-милләт әсәһе»миҙалдары тапшырылды.

Ағиҙел ҡалаһында йәшәүсе Рәмзит Рәшит улы Хөснөтдинов «Ватанды һаҡлаусы атаһы» миҙалын алды. Уның улы Зимфир Рәмзит улы махсус хәрби операцияла  һәләк булғандан һуң «Батырлыҡ өсөн» дәүләт наградалары һәм Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә. Рәмзил Рәшит улы яугирҙарға ярҙам үҙәге эшендә ҡатнаша һәм гуманитар ярҙам йыйыуҙы ойоштора. Ул шулай уҡ хәйриә һәм патриотик акцияларҙа ҡатнаша.

Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәмзит Рәшит Улы «хеҙмәт ветераны» миҙалын ала. «Ватанды Һаҡлаусылар» фондының Ағиҙелдәге филиалы координаторы Гөлназ Мәхмүтова уның ярҙамсыллығын, әҙәплелеген һәм иғтибарлылығын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ошо сифаттары арҡаһында ул ҡала халҡы араһында ихтирам һәм абруй менән файҙалана.

Автор: Ирина Вильданова
Читайте нас