Ҡурай
+19 °С
Ясно

Ағиҙелдә "Батырлыҡ һәм намыҫ Байрағы"мәғрифәтселек марафоны үтте

Рәсәй президенты Владимир Путин иғлан иткән Ватанды һаҡлаусылар йылында һәм Радий Хәбиров иғлан иткән Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам иткән йылда, Башҡортостан Республикаһының махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт иткән исемле подразделениелары байраҡтары һәр муниципалитетҡа барып, 9 декабрҙә, Ватан Геройҙары көнөндә республикабыҙҙың баш ҡалаһы Өфөгә әйләнеп ҡайтасаҡ.

Ағиҙелдә "Батырлыҡ һәм намыҫ Байрағы"мәғрифәтселек марафоны үттеАғиҙелдә "Батырлыҡ һәм намыҫ Байрағы"мәғрифәтселек марафоны үтте
Ағиҙелдә "Батырлыҡ һәм намыҫ Байрағы"мәғрифәтселек марафоны үтте

Миңлеғәле Шайморатов, Александр Доставалов, Салауат Юлаев, Таһир Күсимов, Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәм Даян Мурзин исемендәге ирекле батальондар, Сергей Зорин исемендәге танк батальоны, Шәриф Сөләймәнов һәм Алексей Сухоруков исемендәге зенит-артиллерия батареяһы, Ғәзи Заһитов исемендәге штурм отряды, Мөғин Нагаев исемендәге артиллерия дивизионы һәм башҡа флагтар Ағиҙелдә дүрт көн булды. Улар Ағиҙелдең Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында урынлаштырылды.

"Батырлыҡ һәм намыҫ байрағы" марафоны геройҙарҙы хөрмәтләргә, Ватанды һаҡлау менән бәйле ҡиммәттәрҙең мөһимлеген иҫкә төшөрөргә тейеш. Был үҙ илебеҙ һәм уның яҡлаусылары өсөн гражданлыҡ аңын һәм ғорурлығын формалаштырыуға булышлыҡ итеүсе башланғыс, бөтә ҡатнашыусылар һәм тамашасылар өсөн илебеҙҙең мөһабәт тарихының бер өлөшө булып тойоу өсөн бик яҡшы мөмкинлек.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас