Ҡурай
-3 °С
Облачно

Гөрләп үтте һабантуй

Яңауылдар тәүгеләрҙән булып үткәрҙе

Добавить в предпочтительные источники Google
Гөрләп үтте һабантуйГөрләп үтте һабантуй
Гөрләп үтте һабантуй

Республикала башҡорт халҡының милли байрамы - Һабантуйҙар башланды. 31 майҙа  тәүгеләрҙән булып Яңауыл районында ауыл хужалығы эшсәндәрен, хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләнеләр.

Райондың һәр ауыл хакимиәте биләмәһе тирмәләр ҡорғайны.

Яңауылдарҙы, килгән ҡунаҡтарҙы район хакимиәте башлығы Салауат Ғилмиев, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев һ.б. байрам менән тәбрикләне.

Һабантуй хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләү, туғандар, дуҫтар, яҡташтар менән осрашыу урынына әйләнде. Район халҡы, ҡунаҡтар спорт ярыштарында, төрлө конкурс-бәйгеләрҙә ихлас ҡатнашты, тамаша ҡылды. Һабантуйҙы матур һәм бай биҙәлгән тирмәләр, милли йолалар, йыр-моңдар, күргәҙмәләр биҙәне.

Автор:Раушания Гарифуллина
Читайте нас