+16 °С
Дождь


Химия, тарих һәм әҙәбиәт буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре билдәле булды. Яңауылдан И.Ш. Мөҡсинов исемендәге гимназиянан Радмила Ҡорбанова һәм лицейҙан Анастасия Солтанәхмәтова химияны 100 балға тапшырҙы. Бынан тыш, Яңауыл районының мәғариф идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, юғары балл алыусылар күп.