Ҡурай
+13 °С
Облачно

Ағиҙелдә быйыл өсөнсө игеҙ бала теркәлгән

21 майҙа Ғилемйәновтар ғаиләһендә Самира Һәм Әминә исемле ҡыҙҙар донъяға килде. Сабыйҙарҙың ата-әсәһе Таһир менән Зилә Данияр һәм Дамир исемле ике ул һәм Динара исемле ҡыҙ тәрбиләйҙәр ине. Уларҙың өйөндә хәҙер  шатлыҡ һәм мөхәббәт тағы ла артты.

Ағиҙелдә быйыл өсөнсө игеҙ бала теркәлгәнАғиҙелдә быйыл өсөнсө игеҙ бала теркәлгән
Ағиҙелдә быйыл өсөнсө игеҙ бала теркәлгән

Быйыл Ағиҙел ҡалаһының ЗАГС бүлегендә  ике игеҙәк теркәлгәйне инде. Илшат Йосопов менән Лиана Латипованың ғаиләһендә малайҙар Фәнис менән Данис донъяға килде.  Александр Һәм Яна Минилбаевтар  игеҙәк ҡыҙҙар Варвара һәм Мирославаның ата-әсәһе булды.

Бындай шатлыҡлы ваҡиғалар йөрәктәребеҙҙе оптимизм һәм бәхет менән тултыра. Һәр ғаиләгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм шатлыҡ теләйбеҙ!

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас