Ҡурай
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
11 Июнь 2025, 16:12

Ағиҙелдә Ҡорбан байрамы гөрләп үтте

6 июндә таң менән Ағиҙелдең «Нур» мәсете Ҡорбан байрамы хөрмәтенә байрам намаҙына йыйылған йөҙҙәрсә диндар менән тулды. Мәсет көмбәҙҙәре аҫтында доғалар яңғыраны, ә имам-хатиб Айҙар хәҙрәт үҙенең вәғәзендә мосолмандарҙы исламдың төп байрамдарының береһе менән ҡотланы, мәрхәмәтлек, берҙәмлек һәм ҡорбанлыҡтың мөһимлеген иҫкә төшөрҙө.

Ағиҙелдә Ҡорбан байрамы гөрләп үтте
Ағиҙелдә Ҡорбан байрамы гөрләп үтте

2003 йылда ҡыҙыл кирбестән төҙөлгән ”Нур” мәсете Еңеү Мемориалы янында урынлашҡан, был рухи һәм патриотик ҡиммәттәр араһында символик бәйләнеш булдыра.

Иртәнге намаҙҙан һуң күптәр байрам табындары әҙерләргә китте, әммә төшкә табан мәсет территорияһы яңынан кешеләр менән тулды. Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн Ибраһим пәйғәмбәр тураһында шиғырҙар уҡыу, викториналар һәм уйындар ойошторолдо.

Ә иғтибар үҙәгендә үҙ эшенең оҫтаһы Венер Мухитов әҙерләгән хуш еҫле былау булды. Ҡала хакимиәте башлығы Денис Ирназаров былау әҙерләү процесында шәхсән ҡатнашты. Ул һөйләүенсә, 220 литрлы суйын ҡаҙан — Башҡортостанда бындай ҙурлыҡтағы берҙән-бер.  Уны махсус рәүештә ҙур сараларға алып киләләр.

«Аллаһ беҙҙең доғаларыбыҙҙы һәм ҡорбандарыбыҙҙы ҡабул итһен, ә һәр йортта тыныслыҡ һәм муллыҡ булһын», —  имам вәғәзен ошо һүҙҙәр менән тамамланы, һәм был көн Ағиҙелдә ысынлап та ошо изге теләктәрҙең кәүҙәләнеше булды. Ағиҙелдәге ҡорбан байрамы йөрәктәр асыҡ, ә  йолалар үтәлгән саҡта кешеләрҙең берҙәмләшеүен  күрһәтте.

Автор: Ирина Вильданова
Читайте нас