Ҡурай
+10 °С
Облачно

Башҡорт гитмназияһында сығарылыш уҡыусылары аллеяһын ултырттылар

2025 йылдың 26 июнендә Ағиҙел ҡалаһының Башҡорт гимназияһында мөһим ваҡиға — сығарылыш уҡыусылары Аллеяһы асылды. Директор Лилиә Хәмәтдинова тәҡдим иткән был йола тиҙ арала уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре тарафынан хупланды. 

Башҡорт гитмназияһында сығарылыш уҡыусылары аллеяһын ултырттыларБашҡорт гитмназияһында сығарылыш уҡыусылары аллеяһын ултырттылар
Башҡорт гитмназияһында сығарылыш уҡыусылары аллеяһын ултырттылар

Аллеяға нигеҙ һалыу тантанаһында класс етәкселәре Айһылыу Ғүмәрова менән Әлфинур Кинйәбаеваның йылы һүҙҙәре яңғыраны.

- 2025 йыл беҙҙең өсөн юбилейлы - быйыл гимназияның асылыуына 25 йыл тула. Ағас ултыртыу алдынан сығарылыш уҡыусыларына аллеяға нигеҙ һалыуҙың тарихи ваҡиға булыуын аңлаттыҡ, - тип һөйләне гимназия директоры Лилиә Хәмәтдинова. - Иҫтәлекле таҡтат 2025 юбилей йылында уҡыуҙы тамамлаусыларҙың был эшкә үҙ өлөшөн индергәнен иҫкә төшөрәсәк. Йола дауам итер һәм уны киләһе быуындар үҙләштерер, тип ышанабыҙ. Был урын сығарылыш уҡыусыларыбыҙҙың осрашыуҙар һәм йылы хәтирәләр  урыны буласаҡ. Буласаҡ беренсе класс уҡыусылары 11 йыл дауамында ағастарҙы ҡараясаҡ, һөҙөмтәлә матур аллея үҫәсәк.

Аллея өсөн декоратив алма ағасы һәм муйыл һайлағандар.

Сығарылыш уҡыусылары таҡтаташтарҙың дизайнын үҙҙәре уйлап тапҡан. Киләсәктә гимназия уҡыусылары уларҙы үҙҙәре хеҙмәт дәрестәрендә эшләйәсәк, был юлы урындағы эшҡыуарҙан заказ биреп эшләтеп алғандар.

Был аллея бөтәһенә лә гимназияның белем усағы ғына түгел, ә дуҫлыҡ, ярҙам, оло тормошҡа тәүге аҙымдар биргән урын булыуы  тураһында иҫкәртә.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас