2025 йылдың 30 июленән 3 авгусына тиклем Монголияның Архангай аймағында мас-рестлинг буйынса донъя чемпионаты һәм беренселеге үтте. Был күләмле ярыштар асыҡ һауала заманса АRА Complex спорт комплексында үтте.
Унда донъяның 33 иленән 195 иң көслө атлет ҡатнашты.
Ҡатнашыусыларҙың географияһы биш континентты, шул иҫәптән АҠШ , Канада, Бразилия, шулай уҡ Африка, Европа һәм Азия дәүләттәрен үҙ эсенә алды.
Рәсәй командаһы составында ике Ағиҙел спортсыһы ҡатнашып, миҙалдар яуланы. Эмиль Тлеспаев донъя чемпионы булды, ә Тимур Вохидов – бронза миҙалға лайыҡ булды. Спортсыларҙы Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Константин Чупринов әҙерләне.