+12 °С
Ясно


Благовещенск ҡалаһында «СОТЫ» бишенсе республика педагогик марафонының зона этабы тамамланды. Унда ун ике муниципалитеттан педагогтар йыйылды.
Яңауыл районынан был сарала 4-се мәктәп уҡытыусылары ҡатнашты.
Жюри хөкөмөнә конкурста ҡатнашыусылар «Уңыш симфонияһы: 5 йыл бергә!» визит карточкаһы күрһәткән һәм «Бөйөк Еңеү эҙҙәре буйлап: киләсәк өсөн илһам» демодәресе үткәргән.
Яңауылдар юғары оҫталыҡтары һәм профессиональ эшмәкәрлекте камиллаштырыуға ынтылыштары өсөн маҡтау ҡағыҙы менән билдәләнде.