Ҡурай
+8 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
21 Октября 2025, 12:44

Ағиҙел китапханаһы һалдаттарға ярҙам итеү өсөн традицияларҙы тергеҙә

Ағиҙелдең Үҙәк китапханаһында волонтерҙар һарыҡ йөнөн тарай.

Ағиҙел китапханаһы һалдаттарға ярҙам итеү өсөн традицияларҙы тергеҙәАғиҙел китапханаһы һалдаттарға ярҙам итеү өсөн традицияларҙы тергеҙә
Ағиҙел китапханаһы һалдаттарға ярҙам итеү өсөн традицияларҙы тергеҙә

Был инициатива ябай кеше ярҙамынан башланған. Волонтер Әхнәф Рәшитов китапханаға Яңы Ҡабан ауылынан күршеһе Рәхимйән Шәйхуллов тапшырған һарыҡ йөнөн алып килгән. Шунан китапханасыларҙа  проект тыуған: йөндө тәүге эшкәртеүҙән алып махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн йылы ойоҡтар бәйләүгә тиклем эште башҡарырға. Был проект үткән йыл башланып киткәйне инде, волонтерҙар тиҫтәләгән йылы ойоҡ бәйләп фротҡа ебәргәйне.

Китапханаға килгән күп кенә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн был эш - бала сағына ҡайтыу. Улар ауыл өйҙәрендә һарыҡ тотоуҙы йылылыҡ менән хәтерләйҙәр,  һарыҡ йөнөнөң төп йылылыҡ сығанағы булыуын онотмайҙар. Унан ойоҡ, бейәләй,  шарф бәйләгәндәр, ә иң оҫта ҡуллы хужабикәләр   свитерҙар һәм кофталар булдырғандар.

"Ултыраһың, йөн тарайһың, һәм ваҡыт кире ҡайта, - тип бүлешә сарала ҡатнашыусыларҙың береһе. - Бала сағымды, өләсәйемә кистәрен ярҙам итеүемде хәтерләйем. Ул саҡта был ихтыяж ине, ә хәҙер – традицияны тергеҙеү һәм мөһим, кәрәкле эш.

Йәштәр өсөн был йыйылыштар  йолаларға яҡынайыу һәм ҡала мөхитендә оҙаҡ ваҡыт онотолоп барған боронғо һөнәрҙе өйрәнеү мөмкинлеге булып тора. 

 Бында быуаттар буйына килгән  традицияны тергеҙәләр, ҡатын-ҡыҙҙар бергә ултырып, илебеҙҙе  һаҡлаусылар өсөн үҙ ҡулдары менән йылылыҡ һәм уңайлыҡ булдыралар.

 

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас