Ҡурай
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
21 Октябрь 2025, 10:37

Ағиҙел мәктәбендә махсус ихтыяжы булган балалар өсөн уңайлы мөхит булдырҙылар

Ағиҙел ҡалаһының 2-се һанлы мәктәбе Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр ойошмалары инициативалары конкурсының еңеүсеһе булды.

Ағиҙел мәктәбендә махсус ихтыяжы булган балалар өсөн уңайлы мөхит булдырҙылар
Ағиҙел мәктәбендә махсус ихтыяжы булган балалар өсөн уңайлы мөхит булдырҙылар

"Ҡулға ҡул" проекты  мәктәп йәшендәге һаулығы сикләнгән балаларҙың һәм махсус ихтыяжы булган балаларҙың гармоник үҫеше һәм үҙ-үҙен таныуы өсөн уңайлы мөхит булдырыуға бағышланған.

Конкурса еңеү – әсә-ата комитетының актив ҡатнашыуы һәм мәктәп коллективының шәп эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе. "Ҡулға ҡул" проекты – бер ни тик мероприятиелар йыйынтығы түгел, ә инклюзия, үзара аңлашыу һәм ярҙамлашыу принциптарына нигеҙләнгән фәлсәфә лә булды.

Проектты ормошҡа ашырыу өсөн Рәсәй "Белем" йәмғиәте ярҙамы менән махсус ихтыяжы булан уҡыусылар өсөн махсус ҡорамалдар һатып алынды һәм Ресурс кабинеты асылды.

Бер нисә ай барышында төрлө саралар үткәрелде.   Әсә-әсәләр өсөн "Аңлашыу күперҙәре: сиктәрҙе киңәйтәбеҙ" темаһына түгәрәк өҫтәлдә инклюзив белем биреү, асыҡ мөхит булдырыу һәм ғаиләләргә психологик ярҙам күрһәтеү кеүек мөһим аспектар тикшерелде. Ҡатнашыусылар үҙҙәренең тарихтарын, тәжрибәләрен һәм тәҡдимдәрен бүлеште, ысын мәсьәләләр һәм уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләне.

Махсус ихтыяжы булган балалар өсөн "Мөмкинлектәр маршруты" туристтар слеты программаһы ҡыҙыҡлы һәм яраҡлаштырылған активтарға бай булды. Балалар егәрлек, зирәклек һәм команда эшмәкәрлеге буйынса ярышып, киртәләр юлын уҙҙы һәм күңелле эстафеталарҙа ҡатнашты.

 "Махсус ихтыяжы булган балалар менән үзара бәйләнештең эфектив стратегиялары" тәжрибә конференцияһы барышында әсә-әсәләр үҙ балалары менән эффектив эш итеүгә ярҙам итәсәк ҡиммәтле белемдәр һәм ҡоралдар алды. Махсус педагогика һәм психология өлкәһендәге эксперттар һәр баланың потенциалын үҫтереүгә ярҙам итәсәк практик киңәштәр һәм стратегиялар менән бүлеште.

Ике йөҙҙән ашыу уҡыусы  "Тиң мөмкинлектәр донъяһы" рәсем һәм сочинение конкурсында ҡатнашты, был һаулығы сикләнгән кешеләрҙең мәсьәләләре тураһында белемдәрҙе арттырыуға ярҙам итте.

Шулай уҡ  "Уңыш тарихы" тематик сәғәттәрендә һаулығы сикләнгән кешеләрҙең уңышы тураһында фильмдар ҡарап тикшерелде. Уҡыусылар махсус ихтыяжы булган кешеләр тураһында бер нисә документаль фильмдар һәм роликтар ҡараны. һәр фильмдә төрлө тарихтар күрһәтелде, тормоштан алынған ысын хәлдәр тасуирланды. Балалар геройҙарҙың уңыштарына  ихлас ҡыуанып, төп геройҙарҙың һаулығы сикләнеүенә бәйле ҡыйынлыҡтарға ҡаршы тора алғанлығына һәм тулы ғүмер, бәхетле тормош иткәндәренә ҡыуанды.

 Әсә-әсәләр өсөн "Технологиялар аша уңыш: махсус ихтыяжы булган балалар менән эшләүҙә инновацион эштәр" семинары барышында интерактив программалар, махсус ҡорамалдар һәм цифр ресурстары ҡулланыуға нигеҙләнгән практик ҡоралдар һәм методикалар таныштырылды.

"Ҡулға ҡул" проекты Ағиҙел ҡалаһының 2-се һанлы мәктәбенең эшмәкәрлеген дауам итеп үҫтереү һәм яҡшыртыу өсөн стимул булды. һәр бала бәхетле һәм тулы тормошҡа  лайыҡ, һәм мәктәп бының өсөн барлыҡ шарттарҙы булдырыуҙы дауам итәсәк.

 «Был проект  әсә-әсәләр өсөн бик файҙалы  булды. Үткәрелгән саралар беҙҙең өсөн  сикһеҙ асыш булды, улар баланың үҫешенә мәктәптә лә, өйҙә лә ярҙам итә алыусы яңы ысулдар һәм технологиялар менән таныштырҙы», - тине әүҙем ата-әсәләр коллективы вәкиле Гүзәлиә Шүәрова.

Автор: Ирина Вильданова
Читайте нас