Ҡурай
+23 °С
Ясно
Урындағы яңылыҡтар
21 Октября 2025, 05:43

Ағиҙелдә шәжәрә байрамы үтте

Республика байрамы алдынан Үҙәк китапханала үткән ғаилә шәжәрәһенә бағышланған байрамдың үҙәгендә Ильфира Закарина торҙо. Уның Сатыевтар нәҫеле тураһындағы хикәйәһе һәр кемде дә битараф ҡалдырманы.

Ағиҙелдә шәжәрә байрамы үттеАғиҙелдә шәжәрә байрамы үтте
Ағиҙелдә шәжәрә байрамы үтте

Ильфира Шәүкәт ҡыҙы Семилетка ҡасабаһында үҫһә лә, уның ғаиләһенең тамырҙары Стәрлебаш районының Тәтер-Арыҫлан ауылына барып тоташа. Байрамда ул ялғыҙ булманы  – ире Илшат, ҡыҙы Лиана, кейәүе Денис, ҡоҙағыйы Гөлнара, ейәне Эльвина һәм  шул ул яҡтарҙан махсус килгән апаһы Флүрә менән килде.

Ул үҙенең хикәйәһен әсәһе Зөһрә Мирғазованан (ҡыҙ фамилияһы — Рысаева, ырыу буйынса — Сатыева) башланы. Һеңлеләренең 80-се йылдарҙа әсәһенең әйтеүе буйынса яҙып алған тырыш яҙмалары бөтә ғаилә өсөн ҙур байлыҡ булып сығыуын әйтеп үтте. Әсәһе, Стәрлетамаҡ культпросветучилищеһының тәмамлап, китапхана мөдире булып эшләгән,  татар әҙәбиәтен яратҡан, Маяковскийҙың шиғриәтен яттан белгән. 2000-се йылдарҙа уның мәсет төҙөү өсөн 18 мең һум күләмендә аҡса биргәне – ул ваҡытта был ҙур аҡса – уның күңел байлығын күрһәтә.

Ильфира Шәүкәт ҡыҙының хикәйәһе ауылға исем биргән Тәтер йылғаһы кеүек ине: ул тыныс ағып,  төрлө яҙмыш боролоштарын асып барҙы. Ул ауылды нигеҙләүсе — Өфө губернаһынан булған хәрби тәржемәсе Арыҫлан-мырза Бикмәтов тураһында һөйләне. Ул бындағы ерҙәрҙе XVIII быуатта һатып алған. Сатыевтарҙың бер туғаны  ауылда револиюцияға тиклем булған өс кибеттең береһен төҙөгәнлеге, һәм ауыл тирәһендәге бай урмандың һуғыш йылдарында ауылдаштарын аслыҡтан ҡотҡарғанлығы хаҡында телгә алды.

Ләкин хикәйәнең иң тәьҫирле өлөшө боронғо бабалар түгел, бәлки Стәрлебаш ере кешеләренең яҡшылыҡ һәм берҙәмлек күрһәткән  миҫалдары булды. Бының асыҡ дәлиле булып "41-сенең  арбалы ҡатындары" һәйкәле тарихы булды. Ильфира Шәүкәт ҡыҙы үҙ яҡташы — Стәрлебаш ауылынан булған Зәки Зәйнуллинд шул ул исемдәге пьесаһы буйынса Ағиҙәлдәге "Иҙел" мәҙәниәт йорто сәхнәһендә "Тамаша" театры тарафынан ҡуйылған тәьҫирле спектакль тураһында һөйләне. Тарихи факт: ауыл ҡатындары һуғыш ваҡытының 41-се йылында фронтҡа оҙатыуҙы көткән ирҙәрен күреп, уларға ризыҡ илтеү  өсөн 80 саҡрым йәйәү үткән.

Стәрлебаш районынан икенсе бер яҡташы — Яғфәр Хисмәтуллин был пьесаның герой-ҡатындарына һәйкәл ҡуйыуҙы тәҡдим иткән. Монументты Свердловск өлкәһендә эшләгәндәр, уның хаҡы 9 миллион булған, ләкин уны Стәрлебашҡа килтереп урынлаштырыу өсөн бер миллион һум аҡса етмәгән. Был сумманы бөтә район менән йыйғандар.  Ильфира Шәүкәт ҡыҙының туган апаһы — Нафиса Латыпова (Рысаева) үҙенең өлөшөн индергән: ул Тәтер-Арыҫландағы тугандар, яҡындар һәм ауылдаштарынан 156 мең һум йыйып тапшырған.

Шулай уҡ был ауыл халҡы, бер ниндәй дәүлёт программаһында ла ҡатнашмайынса, бабалары ятҡан зыяраттың яңа ҡоймаһына һәм мәктәптә капиталь ремонт эшләү өсөн смета төҙөүгә аҡса йыйған. "Мин дә аҡса ебәрҙем, — ти Ильфира Шәүкәт ҡызҙы, — сөнки ошо мәктәптә әсәйем уҡыған, ә зыяратта бабаларым ята".

Ул мәктәптең беренсе директоры — Әхмәт Сәлих улы Давыдов хаҡындағы бигерәк тә тулҡынланып һөйләне.  1942-се йылда ул, фронтта контузия алып, госпиталдән һуң, Мәскәүҙән Башҡортостанға эвакуацияланған. Ул үҙе урман янындағы иң алыҫ ауылға ебәреүен үтенгән,  һәм уны Тәтер-Арыҫланға ебәргәндәр.  Аслыҡ һәм башҡа  афаттарға ҡарамаҫтан, ул балаларҙың киләсәге — уҡымышлылыҡта тип ышанып, ауылда һигеҙ йыллыҡ мәктәп асырға ҡарар иткән. Уның идеяһын ҡуллап ҡаршы алғандар, һәм 1942-се йылдың 26 октябрендә 23 уҡыусы яңы һигеҙ йыллыҡ  мәктәптә парта артына ултырған. Әхмәт Сәлих улы мөғаллимәләр ҙә тапҡан, был  йәш ҡыҙҙар бер йыл буйы түләүһеҙ эшләгәндәр, сөнки мәғариф министрлығында был уҡыу йылына аҡса ҡаралмаған булған. Тик һуңыраҡ ҡына мәктәпте рәсми теркәгәндәр.

Ильфира Шәүкәт ҡыҙы һөйләүе буйынса, уның ағайы, әсәһенең ҡустыһы Рафҡат Рысаев, журналист һәм бер нисә китап авторы булып, гәзит редакцияһында эшләп, Әхмәт Давыдовҡа үҙенең эштәренең береһен бағышлаған. Ул, шулай уҡ, ватан мәҙәни мираҫын һаҡлау маҡсатында, үҙенең төп ауылының алты авторы шиғырҙарын бер китапҡа йыйған.

"Ул мәктәп асыу менән сикләнмәне, ул балаларға киләсәк асты, — ти Ильфира Шәүкәт ҡыҙы. — Ул ике һәләтле малайҙың нефть институтына уҡырға индереүенә үҙе ярҙам иткән, уларҙы Стәрлетамаҡҡа тиклем үҙе алып барған. Бөгөн уларҙың береһе — башҡорт геофизикаһы патриархы исемен йөрөтә". 1992-се йылда, мәктәптең 50 йыллығында, уҡыусылар үҙенең директорын хөрмәтләп, күҙ йәштәрен менән хәтерләгәндәр.

Шәжәрә байрамында тағы  бер кунаҡ — Рина Сәфи ҡыҙы Шәфыйева ла булды.  Рина Сәфи ҡыҙының әсәһе Нафиса Мансурова һәм Ильфира Шәүкәт ҡыҙының туган апаһы Зәйтүнә Тимәрханованың Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бергә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡандар.  Был асыш уларҙың йылы дуҫлығына һәм үҙ ғаиләләре һуғыш үткәне тураһында бергеләп тикшереүенә нигеҙ һалған. Шул ваҡыттан алып был ике ҡатын-ҡыҙ табылған мәғлүмәт, документ һәм фотоһурәттәр менән даими бүлешәләр. "Беҙ апа-һеңле кеүек булдыҡ", —Ильфира Шәүкәт ҡыҙы.

Был йылда Рина Сәфи ҡыҙының әсәһе Нафиса Мансурованың "Минең һуғыш хаҡында хатирәләрем" тигән китабы сыҡты. Был ҡиммәтле мемуарҙарҙан өҙөктәр Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы республика хатирәләр йыйынтығына инде. Шулай итеп,  ябай ҡатын-ҡыҙҙың батырлығы тарих байлығына әйләнде. Бына шулай, бер нәҫел шәжәрәһенең ебәктәре икенсеһе менән бәйләнешкә инеп, дөйөм тарих туҡымаһын бергәләп барлыҡҡа килтерҙе.

Ильфира Закарина үҙенең хикәйәһен тамамлағас, һүҙҙе китапхананың элекке хеҙмәтсеһе Әлфиә Аюпова алды. Ул, мәғлүм булғанса, шулай уҡ Стәрлебаш районынан сыҡҡан һәм бәйрәм героиняһының яҡын кешеләре менән таныш булған. Был тәрән бәйләнеште аҫһыҙыҡлау өсөн, Әлфиә яҡташтарының шиғырҙарын уҡыны.

«Әгәр бөгөнгө хикәйәне ишетеүсе бер генә кеше булһа ла ғаиләһенең тарихын эҙләй  һәм өйрәнә башлаһа, мин бәхетле булыр инем", — тине кисәнә алып барыусы, баш китапханасы Гөлнара Әхмәтйәнова.

Ильфира Закаринаның бәхетле, рухи йөҙөнә ҡарап, амин, шулай булыр, тигән ышаныс барлыҡҡа килде. Сөнки уның тарихы — исемдәр һәм даталар исемлеге генә түгел. Был — бер кешенең мөхәббәте һәм хәтере бөтә бер дәүерҙе тергеҙеү, хәҙерге замандан киләсәккә ныҡлы, ышаныслы еп  һалырға һәләтле икәнен иҫбат итә.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас