Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
23 Октябрь 2025, 14:28

Ағиҙелдә "Хәтер тауышы" мәктәп хор коллективтары фестивале дауам итә

Ағиҙел ҡалаһының 2-се һанлы мәктәбендә "Хәтер тауышы" мәктәп хор коллективтары фестивале проекты уңышлы рәүештә башҡарыла.  

Ағиҙелдә "Хәтер тауышы" мәктәп хор коллективтары фестивале дауам итә
Ағиҙелдә "Хәтер тауышы" мәктәп хор коллективтары фестивале дауам итә

Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәрҙең  "Беренселәр хәрәкәте" грант конкурсында еңеп сыҡҡан был проект 1,5 миллион һум күләмендә зур ярҙам алды. Был аксаларға заманса музыкаль һәм яктыртыш аппаратураһы, интерактив трибуна, шулай уҡ иң ҡиммәтлеһе - һуғыш йылдарының аутентик костюмдары һатып алынды.    

Һәр класс Бөйөк Ватан һуғышы осоронда совет халҡының батырлығына бағышланған бер йыр әҙерләне. Сығыш алдынан балалар  йырҙың барлыҡҡа килеү тарихын сөйләнеләр. Сәхнәнан бөтәһенә лә таныш "Катюша" менән "Смуглянка", "Экипаж - бер ғаилә" һәм "Изге һуғыш" йырҙары, шулай уҡ заманса авторҙарҙың, мәҫәлән, "Минен бабам" тигән йырҙар яңғыраны.

Фестивалдә ҡатнашыусылар сәхнә образдарына айырыуса иғтибар бүлделәр. Берәүҙәр грант аксаһына һатып алынған һуғыш осороның кейемдәрен кейҙеләр, икенселәре үҙҙәре күлдәктәр һәм пилоткалар һатып алдылар. Галстук ролен уйнаған ҡыҙыл таҫтамалар кеүек бәләкәй деталдәр ҙә коллективты берләштерә торған бер идея өсөн хеҙмәт итте.

Фестивалдең иң йылы мәле - әсә-әсәләрҙең ҡатнашыуы булды. Әсәләр, һүҙҙәрҙе өйрәнеп, һалдат кейемдәрен кейеп, балалар менән бергә сәхнәгә сыҡты. Уларҙың ярҙамы йәш артистарға үҙ-үҙҙәренә ышаныс өҫтәне.

Алда - оло класс уҡыусыларының сығышы, һәм был әһәмиәтле һәм матур традициянең лайыҡлы дауамсылы булыр, тип ышанырға була.

Автор: Ирина Вильданова
Читайте нас