23 октябрҙә Яңауылдың 10 - сы «Чебурашка» балалар баҡсаһында «Бал ҡорто» өлкән төркөмө тәрбиәләнеүселәрен "Мәктәпкәсә йәштәге Бөркөт"кә бағышлау тантанаһы үтте. Был ваҡиға балалар өсөн бик мөһим, сөнки Рәсәй Бөркөттәре иленә ишек аса, унда уларҙы күп яңы, ҡыҙыҡлы һәм файҙалы нәмәләр көтә.
Рәсми тантана Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы Гимндарын башҡарыуҙан башланды. Сара барышында балалар Бөркөттәр тураһында легенда менән танышты һәм тантаналы ант бирҙе. Ант биргәндән һәм значоктар алғандан һуң тәрбиәләнеүселәр ғорурлыҡ менән «Мәктәпкәсә йәштәге Бөркөттәр» сафына инде.