Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
23 Октябрь 2025, 13:50

Әсә көткән кеүек бер кем дә көтмәйәсәк

Шулай ти Лүбидә Ғүлиәкбәрова

Әсә көткән кеүек бер кем дә көтмәйәсәк
Әсә көткән кеүек бер кем дә көтмәйәсәк

Яңауыл районының Вәрәш ауылында йәшәүсе Лүбидә Ғәлиәкбәрова — улы махсус хәрби операция зонаһында Тыуған ил мәнфәғәттәрен һаҡлаған әсәйҙәрҙең береһе.
Егет 2019 йылда уҡ Оборона министрлығы менән контракт төҙөй.
— Беҙҙең Яңы Артауыл ауыл биләмәһенән МХО-ла шаҡтый егет ҡатнаша. Ә беҙ фронтҡа бынан ярҙам итәбеҙ. Был ғәмәлдәрҙе үҙенең изге бурысы итеп ҡабул иткән ауылдаштарға, мәктәп коллективына һәм башҡа кешеләргә ҙур рәхмәт. Беҙ ҙур ғаилә һымаҡ. Беләһегеҙме, улымдың бер ҡайтыуында Вәрәш ауылы халҡы 17 маскировка селтәре ебәрҙе! Ә бөтәһе улар нисәү булған — бер кем дә һанамай, — ти ул. — Беҙҙең ярҙам — Рәсәйҙең бөтә улдарын яҡларға теләгән ябай ауыл ҡатын-ҡыҙҙары ярҙамы. 

Автор: Раушания Гарифуллина
Читайте нас