Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
30 Октябрь 2025, 17:37

«Аулак ой» клубында уңыш байрамы үтте

Үҙәк китапханала эшләп килгән  «Аулак ой» клубының  ҡатнашыусылары Сөмбөлә - Уңыш байрамын билдәләү өсөн йыйылдылар.

«Аулак ой» клубында уңыш байрамы үтте
«Аулак ой» клубында уңыш байрамы үтте

Был кисәлә икеләтә байрам итеү булды:  Уңыш  байрамы ғына түгел, клуб ойошҡанға биш йыл үтеүен дә билдәләп үттеләр.  

Ҡунаҡтар Сөмбөлә байрамының тарихы менән таныштылар,   йырҙар яңғыраны, бейеүҙәр,  күңелле уйындар һәм ярыштар барыһына ла хуш килде. 

Мәҙәниәт бүлеге методисы Элена Бахтиева клубтың иң әүҙем ағзаларына Рәхмәт хаттарын һәм бүләктәр  тапшырҙы. Йылы рәхмәт һүҙҙәре һәм иҫтәлек хаҡтары Үҙәк китапхана тарафынан ла тапшырылды.

Был күңелле байрам бергәләп  сәй эсеү менән тамамланды. 

Автор: Ирина Вильданова
Читайте нас