29 октябрҙә «Рәсәй эше» кадрҙар үҙәгендә махсус хәрби операцияһы ветерандарының «Үҙ мәшғүллеге» ирҙәр клубының сираттағы ултырышы үтте. Был юлы һөйләшеү өсөн тема үҙ эшеңде ойоштороу мәсьәләләре булды.
Клуб йәш, унда әлегә 20-нән ашыу кеше. Даими осрашыуҙар айҙың һәр һуңғы шаршамбыһында үткәрелә. Мәҫәлән, элек яугирҙарға эшкә урынлашыу мәсьәләләрендә дәүләт ярҙамы саралары тураһында консультациялар бирелде. Дәрестәрҙең береһе Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ойошторолдо. Дөйөм алғанда, осрашыуҙар төрлө форматта үткәрелә.
Мәшғүллек хеҙмәте директоры Фәрит Шәрәфетдинов һүҙҙәренсә, уларҙың төп бурысы – хәрбиҙәрҙең тыныс тормошҡа уңышлы яраҡлашыуына, һөнәри белем алыуҙа ярҙам күрһәтеүгә, элекке һөнәргә ҡайтыуға йәки хеҙмәт өлкәһен алмаштырыуға булышлыҡ итеү.