Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
15 Ноябрь 2025, 21:00

Ағиҙел халҡы күҙлегенән туранан тура һөйләшеү

Ағиҙел ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Нурия Исламова республика Башлығының тура бәйләнеше тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Ағиҙел халҡы күҙлегенән туранан тура һөйләшеү
Ағиҙел халҡы күҙлегенән туранан тура һөйләшеү

- Ағиҙел ҡалаһының башҡорт йәмәғәтселеге исеменән республика Башлығы Радий Хәбиров менән үткән тура бәйләнеш тәьҫораттары менән уртаҡлашырға теләйем.

Тәү сиратта сараның ике телле форматын хуплауымды белдерәм. Һөйләшеүҙең рус һәм башҡорт телдәрендә алып барылыуы — республиканың төп халҡының мәҙәниәтенә һәм йолаларына хөрмәт билдәһе.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Юнысовтың Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялау барышы тураһында биргән һорауы айырыуса тулҡынландырҙы. Бөйөк символыбыҙҙы реставрациялауҙың нисек һаҡсыл алып барылыуын күреү һәм  республика Башлығының ентекле яуабын ишетеү бик ҡиммәтле булды.

Шулай уҡ миңә, йәмәғәт ойошмаһы вәкиле булараҡ, ижади индустрияларҙы үҫтереү темаһы яҡын һәм аңлайышлы. Миәкә районынан туҡыусылыҡ традицияларын һаҡлау тураһындағы хәбәр бик илһамлы миҫал булып торҙо. Башҡорт орнаменты менән биҙәлгән балаҫтар кеүек үҙенсәлекле әйберҙәрҙең ысынлап та донъя кимәлендә танылыу яулау мөмкинлеге бар, тип ышанам.

Республика Башлығы менән һөйләшеү йөкмәткеле һәм, иң мөһиме, ысын мәғәнәһендә тура килеп сыҡты. Бындай асыҡ диалогтар иртәгәһе көнгә ышаныс уята һәм власть менән йәмғиәт араһында бәйләнеште нығыта.

 

Автор: Ирина Вильданова
Читайте нас