Үҙәк "Альфа-банк" ярҙамы менән ҡораллаштырылды. Асылыу тантанаһында банк вәкиле Елена Самойлова ҡатнашты. 650 000 һум күләмендәге финанс ярҙамы көслө техника – 5 уйнау компьютеры, 2 телевизор һәм 2 PlayStation 5 приставкаһы – һатып алыуға юнәлделе.
Яңы үҙәк үҙенең бурысын асылған көндө үк үтәне, бында ҡала тарихында беренсе тапҡыр Counter-Strike 2 уены буйынса киберспорт турнирын үтте. Унда бишәр кешенән торған 14 команда ярышты. Турнирҙа ҡала администрацияһы башлығы Денис Ирназаров та ҡатнашты.
Ул шулай уҡ был йүнәлештә үҫеш туҡтамаҫлығын белдерзе: даими уйындар үткәреү, республика һәм бөтә Рәсәй кимәлендәге ярыштарға ҡатнашыр өсөн ҡала командаһын ойоштороу, алға ҡарай – төбәк кимәлендәге турнирдарҙы үткәреү планлаштырыла, тип билдәләне ул.