Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
15 Ноябрь 2025, 20:26

Йәш патриоттар көс һынашты

12-се ноябәрҙә Ағиҙел ҡалаһында Радик Уразбахтин исемендәге балалар-йәштәр спорт мәктәбе спорт залында балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре өсөн ҙур спорт байрамы үтте. Сараға 200-ҙән ашыу кеше – балалар, ата-әсәләре һәм педагогтар – йыйылды. Ул Республика башлығы гранттар конкурсының еңеүсеһе – "Йәш пaтриоттар" проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелде.

Йәш патриоттар көс һынашты
Йәш патриоттар көс һынашты

5-7 йәшлек йәш ҡатнашыусылар хәки төҫөндәге, хәрби форманы хәтерләткән стилләштерелгән форма кейгәндәр. Экипировка өсөн материал еңелгән грант хаҡына һатып алғандар, ә һәр баҡса өсөн форманы үҙ көстәре менән теккән.

Һәр балалар баҡсаһы үҙенең ғәскәр төрен тәҡдим итте: №4-се баҡса –диңгеҙселәр, №1-се баҡса – танкистарҙы, №5-се баҡса - осоусылар.

Барыһы 60 йәш спортсы старҡа сыҡты. Һәрби тәртип смотры һәм Айболит менән разминканан һуң, ярыштар башланды. Балалар бер нисә эстафетала: «Тиҙ рәүештә  хәбәр еткереү», «Һаҙҙы кисеү», «Мәргән атыусы » һәм «Ҡаршылыҡтар һыҙаты»нда көс күрһәтте.   Байрамдың төп һөҙөмтәһе – дуҫлыҡ һәм берҙәмлек булды.  

Автор: Ирина Вильданова
Читайте нас