Үҙ ереңдә яуаплы хужа булыу... Был һүҙҙәргә шул тиклем күп нәмә һалынған: ер байлыҡтарынан файҙаланыу ғына түгел, ә уны һаҡлау һәм арттырыу. Сөнки хужаһыҙ ер етем кеүек. Был шулай уҡ үҙ тамырҙарыңды белеү, туған телде, мәҙәниәтте яратыу, эргәңдә йәшәүселәрҙе хөрмәт итеү тигәнде аңлата…
Шул у ҡ в а ҡ ы т т а е р ҙ е ң хәстәрлекле хужаһын, гражданин тәрбиәләү – ябай эш түгел. Һәм бының менән башлыса уҡытыусылар шөғөлләнә. «Яңауыл районында биш туған тел өйрәнелә: башҡорт, татар, рус, удмурт, мари, шулай уҡ башҡорт теле республиканың дәүләт теле булараҡ өйрәнелә. Мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында туған телдәрҙе үҫтереүгә һәм һаҡлауға булышлыҡ итеүсе төрлө саралар үткәрелә, мәҫәлән, «Шәжәрә байрамы», айырым йола һәм ғөрөфғәҙәттәргә нигеҙләнгән тамашалы саралар («Кәкүк сәйе», «Ҡаҙ өмәһе» һ.б.). Уҡытыусылар һәм уҡыусылар Башҡортостан халыҡтарының милли кейем көнө, Халыҡ-ара башҡорт теле көнө һәм Туған телдәр көнөнә арналған билдәле акцияларҙа, «Минең милли ризығым» флешмобында әүҙем ҡатнаша», — тип һөйләй мәғариф идаралығының мәғлүмәт-методика үҙәге методисы Гүзәл Ташбулатова.
Уның һүҙҙәренсә, туған т е л д ә р у ҡ ы т ы у с ы л а р ы өсөн грант ярҙамы һәм конкурс хәрәкәте системалары һөҙөмтәле эшләй, туған телдәрҙе уҡытыуҙың методик базаһы камиллаштырыла. Уҡыусылар туған телдәр һәм әҙәбиәт буйынса республика конкурстарында һәм олимпиадаларында призлы урындар яулай. Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантта, удмурт теленән тоталь диктантта ҡатнашыу йолаға әүерелде.
Тулыраҡ был темаға гәзиттә уҡығыҙ.