Ҡурай
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
25 Ноябрь 2025, 15:03

Ағиҙелдә «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» бәйгеһе үтте

Ағиҙелдә Башҡорттар ҡоролтайы башҡарма комитеты ҡала хакимиәте менән берлектә «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» бәйгеһен ойошторҙо.

Ағиҙелдә «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» бәйгеһе үтте
Ағиҙелдә «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» бәйгеһе үтте

Бәйгелә өс ғаилә ҡатнашты.

Альбина Ғәйфуллина  улы Анил менән ҡатнашты.  Альбина — сәнғәтсе, хореограф һәм виртуоз кубысист, улы менән дуэтта сығыш яһай. Туған телгә һәм сәнғәткә мөхәббәт — уларҙың ғаиләһенең нигеҙе.

Лилиә һәм Руслан икеһе лә эске эштәр органдарында хеҙмәт итә.   Руслан — һуғыш ветераны, ғаиләһен тәмле милли ризыҡтар менән һыйлай,  ә Лилиә матур йырлай, уларҙың балалары — Сафиә һәм Ролан — спортта һәм ижадта уңыштарға өлгәшә. Уларҙың ғаилә бәхете сере  —  хеҙмәт, бер-береңде ихтирам һәм ғәфу итә белеү.

Розалина һәм Илнур Шәүәлиевтар балалары менән «Беҙ бергә — көс, беҙ бергә — бәхет!» девизы аҫтында сығыш яһаны. Илнур — виртуоз музыкант, психолог, Розалина - уңған хужабикә,  ә уларҙың ғаилә традициялары - ансамблдә бергә уйнау, баҡсала эшләү, балаларға китап уҡыу. Уларҙың бәхете нигеҙе — Хоҙайға ышаныс һәм «Ябай йәшә, бейек уйла» принципы.

Еңеүселдәр категориялар буйынса билдәле булды: «Ғаилә һөнәре» номинациһында  Сәғдиевдар ғаиләһе, «Ғаилә ижады» — Ғәйфуллиндар,  «Ғаилә традициялары» — Шәүәлиевтар ғаиләһе.

Барлыҡ ғаиләләргә ныҡ һаулыҡ, уңышлылыҡ һәм бәхет теләйбеҙ!

Автор: Ирина Вильданова
Читайте нас