Ҡурай
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
12 Декабрь 2025, 17:25

Ағиҙелдең йәштәр тәрбиәләү тәжрибәһе Дәүләт Думаһында баһаланды

Р. Холбан исемендәге 1-се мәктәп директоры Люция Башарова беҙҙең ҡаланың уникаль тәжрибәһен Дәүләт Думаһының Милләттәр эштәре буйынса комитетының эш төркөмәсе йыйылышында таныштырҙы. Рухи-әхлаҡи һәм физик тәрбиәгә бағышланған был cараға Рәсәйҙең бары тик дүрт төбәге вәкилдәре йыйылды, Башҡортостан беҙҙең мәктәпте делегат итеп ебәрҙе.

Ағиҙелдең йәштәр тәрбиәләү тәжрибәһе Дәүләт Думаһында баһаланды
Ағиҙелдең йәштәр тәрбиәләү тәжрибәһе Дәүләт Думаһында баһаланды

Люция Башарованың сығышы федераль эксперттар араһында актив ҡыҙыҡһыныу уятты. Ҡатнашыусылар һорауҙар бирҙе, ә ишетелгәндән тәьҫирләнгән бер ҡатнашыусы Ағиҙелде шәхсән күреп китеү теләген белдерҙе.

Был ваҡиға – юғары дәрәжәлә танылыу билдәһе. Беҙҙең мәктәп ҡаланы ғына түгел, бөтә республиканы ла лайыклы күләмдә тәҡдим итте. Доклад нигеҙендә Ағиҙелдең белем биреү системаһының бер өлөшөнә әйләнгән эфектив проекттар ята:

  «Мәктәптә шашка» – логиканы һәм стратегик фекерләүҙе үҫтереүсе проект.
  «Барыһы өсөн йөҙөү» – һәр балаға һаулыҡты нығытыу мөмкинлеге бирә торған программа.
  ГТО нормативтарын индерә торған системалы эш – уҡыусыларҙы шәхси спорт ҡазҙаныштарына мотивациялай.

Был инициативалар балалар гармоник үҫеш ала, уҡыуҙа һәм спортта уңыштарға өлгәшә торған мохит барлыҡҡа килтерә.

Автор: Ирина Вильданова
Читайте нас