Яңы йылдың тәүге көндәрендә районыбыҙҙа күренекле яҡташыбыҙ, башҡорт мәғрифәтсеһе, 19сы быуат шағиры Ғәли Соҡоройҙо хөрмәтләп иҫкә алыу саралары ойошторолдо. Уның тыуыуына ғыйнварда 200 йыл тула.
Ғәли Соҡорой (Мөхәмәтғәли Ғәбдессәлих улы Кейеков) 1826 йылда Өфө губернаһының Бөрө өйәҙе Тәтешле улусының Иҫке Соҡор ауылында (хәҙерге Башҡортостандың Тәтешле районы) тыуған. Бай һәм күп ҡырлы әҙәби мираҫ ҡалдырған. Уның ундан ашыу китабы һәм тиҫтәләгән ҡулъяҙма әҫәрҙәре беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған.
Яңы быуын китапханаһы базаһында ойошторолған «Ғәли Соҡорой мираҫында рухлылыҡ һәм аң-белем таратыу» түңәрәк өҫтәле төп ваҡиға булды. Сара власть, фән һәм мәҙәниәт вәкилдәрен туплап, йәнле һәм мауыҡтырғыс үтте. Фекер алышыуҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Урал Килсенбаев, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Юлдаш Йосопов, Башҡортостандың халыҡ шағиры «Аҡбузат» журналы мөхәррире Лариса Абдуллина, район хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов ҡатнаштылар. Уларға докладтары тарихи әһәмиәткә, әҙәби мираҫҡа һәм шағирҙың башҡорт берҙәйлеген булдырыуҙағы роленә бағышланған тарихсылар, әҙәбиәтселәр һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәр ҙә ҡушылды.
Ғәли Соҡорой исемендәге премия тапшырыу тантанаһы был осрашыуҙың кульминацияһы булды. Быйыл юғары хөрмәткә ике кеше: билдәле тарихсы, журналист, продюсер, телетапшырыуҙар авторы һәм алып барыусыһы Салауат Хәмиҙуллин, шулай уҡ күп йылдар Ғәли Соҡорой музейнда етәксеһе булып эшләгән Земфира Әрмәншина лайыҡ булдылар.
Лариса Абдуллинаның уҡыусылар менән осрашыуы айырым һәм бик йылы ваҡиғаға әйләнде. Лариса Хашим ҡыҙы йәш быуынға Ғәли Соҡорой тураһында күренекле беренсе башҡорт балалар яҙыусыһы булараҡ һөйләне. Юҡҡа ғына «Аҡбуҙат» журналының быйылғы тәүге һаны Ғәли Соҡоройҙоң ижады менән асылмай
Саралар район мәҙәниәт һарайы майҙанында дауам итте. Район халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн «Беҙ – Иҫәнхан вариҫтары» тигән ҙур концерт программаһы ойошторолдо. Сәхнәлә иң яҡшы ижади коллективтар һәм солистар сығыш яһаны, Ғәли Соҡоройҙоң күңелгә үтеп инерлек шиғырҙары яңғыраны.
Бер үк ваҡытта район үҙәгенең төп майҙанында сағыу «Самауыр байрамы» ойошторолдо. Ауыл биләмәләре ҡунаҡсыллыҡ йолаларын күрһәтте, теләгән һәр кемде хуш еҫле сәй, бәлеш һәм башҡа башҡорт тәм-томдары менән һыйланы
Юбилей саралары сиктәрендә делегация бөйөк мәғрифәтсенең тыуған төйәге – Соҡор ауылында булды, Ғәли Соҡорой музейының экспозицияһын ҡараны. Унда данлыҡлы башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһенең тормош юлын һәм ижади мираҫын яҡтыртҡан уникаль материалдар тупланған.