Нефтекаманың 14-се биҫтәһендә яңы мәктәп төҙөйҙәр. Ул 1225 уҡыусыға иҫәпләнгән, һәм ҙурлығы буйынса республиканың төньяҡ-көнбайышында икенсе буласаҡ. Был проект «Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Заманса мәктәп» федераль программаһы сиктәрендә «Мәктәп» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән килешеү сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илфат Минязев һәм ҡала Советы депутаты Дарья Осинина ошо көндәрҙә мәктәп төҙөлөшө майҙансығында булдылар.
Төҙөлөш майҙансығында хәҙер эске биҙәкләү буйынса бригада әүҙем эшләй. Электр үткәргес буйынса төп монтаж эштәре тамамланған, стеналар штукатурланған, ә күп кенә кабинеттарҙа шымартыу һәм буяу эштәре башланған. Әгәр аҫҡы өлөшөндә штукатурканан саң торһа, өҫкөһөндә стеналарҙы грунтлау һәм буяу эштәре алып барыла. Мәҫәлән, китапхана кабинеты терракота акценттары менән бергә ҡуйы күк стеналы үҙ һыҙатын таба башлаған да инде. Бөтә кабинеттарҙа ла тәҙрәләр-иллюминаторҙар менән ишектәр ҡуйылған.
Акттар залында амфитеатр формаһында ултырыу өсөн подиумдар ҡуйылған, ә ашханаға ҡорамалдар килтерелгән. Шулай уҡ заманса иҙән-түшәмдәрен дә билдәләп үтергә кәрәк.
Яңы мәктәп һәр бала өсөн заманса үҫеш үҙәге һәм уҡытыусылар өсөн ижади профессиональ мөхит буласаҡ. Оло төҙөлөш - ул ҡатмарлы процесс, эштәрҙең 70%тан ашыуы үтәлгән дә инде, подрядсы ойошманың дәүләт нормаларына юғары яуаплылыҡ менән ҡарауын һыҙыҡ өҫтөнә алыу мөһим.