Ҡурай
+10 °С
Облачно

Радик Уразбахтин иҫтәлегенә турнир үтте

16 ғинуар көнөндә Ағиҙелдә Радик Уразбахтин хәтеренә греко-рим көрәше турниры үтте.

Радик Уразбахтин иҫтәлегенә турнир үттеРадик Уразбахтин иҫтәлегенә турнир үтте
Радик Уразбахтин иҫтәлегенә турнир үтте

Турнирҙа дүрт команда көрәште: икеһе Ағиҙелдән, берәүе — Нефтекама ҡалаһы командаһы, ә икенсеһе — Краснокама районы көрәшселәре. Барлығы 70-ҙән артык спортсы ҡатнашты, күбеһе өсөн был — беренсе старттарҙың береһе булды.
Хәтер эстафетаһын Уразбахтиндың уҡыусыһы — бәйге ойоштороусыларҙың береһе һәм хәҙерге ваҡытта ҡала Советы депутаты Венер Мөхитов дауам иттерә. "Ул беҙ өсөн директор ғына түгел, ә  Остаз булды. Беҙҙең өсөн һәр яңы быуын көрәшсеһенең ҡайһы мәктәптә үҫкәнлеге һәм ҡайһы традицияларҙы дауам итеүен белеүе мөһим", — тип белдерҙе Венер, көрәш барышын күҙәтеп торғанда.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас