

Яңауылға эш сәфәре менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров килде. Сәфәр барышында ул балалар сәнғәт мәктәбен ҡараны һәм балалар поликлиникаһын асыу тантаныһында ҡатнашты.
Яңауыл ҡалаһының балалар сәнғәт мәктәбенә 2024 йылда «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә капиталь ремонт эшләнде. Ремонтҡа бинаны, инженер системаларын яңыртыу һәм территорияны төҙөкләндереү инде, уға 47 миллион һум бүленде.Мәктәптә фортепиано, тынлы һәм халыҡ уйын ҡоралдары, хореография һәм һынлы сәнғәт бүлектәре эшләй. Әлеге ваҡытта бында 530 бала белем ала, уларҙы 27 уҡытыусы тәрбиәләй.
Радий Хәбиров уҡытыу кабинеттарын ҡараны, уҡытыусылар һәм уҡыусылар менән осрашты.
Бынан һуң делегация асыу тантанаһында ҡатнашыу өсөн балалар поликлиникаһының яңы бинаһына юлланды. Объект «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә төҙөлҙө. Республика башлығы Яңауыл үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илгиз Хатипов менән бергә биналарҙы ҡараны, медицина персоналы һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр менән аралашты. Ул яңы медицина учреждениеһы торошо менән ҡәнәғәт ҡалды.
Яңы поликлиника сменаһына 150 пациентты хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнгән. Капиталь төҙөлөштөң дөйөм хаҡы 561,8 миллион һум тәшкил итте

Социаль селтәрҙә төбәк етәксеһе хәбәр итеүенсә, яңы поликлиника Башҡортостанда «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектына ингән һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлгән.
- Федераль үҙәк ярҙамы менән былтыр беҙ республикала бер юлы бер нисә поликлиника төҙөнөк. Асҡын районында медицина учреждениеһы асылды, Учалы, Баҡалы, Әбйәлил райондарында пациенттарҙы ҡабул итергә әҙерҙәр тиерлек. Шуның менән бергә, Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, республика ҡаҙнаһы иҫәбенә Өфөләге поликлиникаларҙы яңыртыу эштәре алып барыла, - тип яҙған Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.