Был хәтер дәреслектәрҙә һәм мемориалдарҙа ғына һаҡланмай. Ул һуғышты үҙ күҙҙәре менән күргән кешеләрҙең йөрәгендә йәшәй. Беҙҙең ҡалала бала сағы һәм йәшлеге һуғыш менән солғап алынған тыл ветерандары йәшәй. Шуларҙың береһе - 95 йәшлек Хажәр Заһит ҡыҙы Нәжметдинова. Һуғыш башланғанда уға ни бары 11 йәш булған. Ләкин ул ауыр йылдарҙа вайымһыҙ бала саҡҡа урын булмаған. Фронт, еңеү өсөн барыһын да эшләп, ҡыҙыҡай өлкәндәр менән бер рәттән баҫыуҙа эшләгән: ер тырматҡан, һөргән, мал аҙығы ташыған.
Сталинград еңеүен байрам иткән көндәрҙә Хәжәр Заһит ҡыҙына ижади десант төштө. Ветеранға оло рәхмәтен белдереү өсөн Фәнисә Семенушкина етәкселегендәге «Савитар» өҫтәмә белем биреү үҙәгенең «Энжеляр» коллективы һәм педагог-ойоштороусы Эльвира Әхмәтшина килгәйне.
- Бөтә коллективыбыҙ исеменән һеҙгә хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ, - тине Эльвира Камил ҡыҙы. - Һеҙ һәм башҡа миллионлаған ҡатын-ҡыҙ, балалар һәм ҡарттар тылда еңеү яуланығыҙ, фронт өсөн генә түгел, иҫән ҡалыу өсөн дә эшләнегеҙ. Беҙ һеҙҙең көсөгөҙгә тормошто яратҡанығыҙға һоҡланабыҙ!
Әңгәмә ихлас осрашыуға әүерелде. Йәш Илнур Ноғоманов, үҙешмәкәр артистар Сәкинә Муллаәхмәтова һәм Рәзимә Хәкимова батыр ҡатынға йыр-бейеүҙәр бүләк итеп ҙур булмаған концерт ҡуйҙы. Ә Хажәр Заһит ҡыҙы, үҙ сиратында, рәхмәтле тыңлаусы ғына түгел, һәләтле йырсы ла булып сыҡты. Ул «Дан приказ ему запад» йырын туған теленә тәржемә итеп башҡарҙы, шулай уҡ ир-егеттәрҙе фронтҡа оҙатҡан саҡта ауыл ҡатын-ҡыҙҙары йырлаған йырҙы хәтеренә төшөрөп башҡарҙы. Уның йыр башҡарыу оҫталығы бөтәһенең дә күңеленә үтеп инде.
Хажәр Заһит ҡыҙының яҙмышы Ватан яҙмышы менән айырылғыһыҙ бәйләнгән. Бөгөн дә уның ғаиләһе Ватанға хеҙмәт итеүен дауам итә. Уның ейәндәре – ҡыҙының улы менән кейәүе - хәҙер махсус хәрби операция зонаһында үҙ бурысын үтәй.
Ветерандарыбыҙға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Улар еңеү яулап ҡына ҡалмаған, үҙҙәренең ғаиләһендә ысын яҡлаусылар тәрбиәләгән. Тылда һәм фронтта ҡаһарманлыҡ күрһәткән Хәзәр Нәжметдинова кеүек кешеләрҙең тормошо - ул батырлыҡ һәм Ватанға һөйөү өлгөһө.