2016 йылда дәүләт кимәлендә хуплау тапҡан Рәсәй Оборона министрлығының башланғысы йәштәрҙе берләштереүҙе дауам итә. Хәҙер Ағиҙелдең йәш армиясылары сафында - был юлы йөҙҙән ашыу әүҙем һәм мауыҡтырғыс егет һәм ҡыҙ.
Тәбрикләү һүҙҙәре менән уҡыусыларға ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Алёна Әхтәмова мөрәжәғәт итте. Үҙенең телмәрендә ул ошо көндән алып «Юнармия» сафтарына инеүселәрҙең иңенә ятасаҡ бурыс, намыҫ һәм яуаплылыҡ төшөнсәләренең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Саҡырыу һәм граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү бүлексәһе начальнигы Денис Солтаншин йәштәргә хәрәкәттә ҡатнашыуҙың практик яғы тураһында һөйләне. Ул йәш армия кенәгәһенең ниндәй мөмкинлектәр, шул иҫәптән Оборона министрлығының юғары уҡыу йорттарына һәм илдең башҡа вуздарына уҡырға ингәндә льготалар асыуын ентекле аңлатты.
Значоктар һәм таныҡлыҡтар тапшырыу байрамдың төп ваҡиғаһы булды. Ата-әсәләрҙең һәм педагогтарҙың ҡул сабыуы аҫтында һәр уҡыусы үҙенең тәүге рәсми статусын - йәш армеец статусын алды. Был күкрәктәге билдә генә түгел, ә уҡыуҙа, спортта һәм мохтаждарға ярҙам итеүҙә беренсе булырға әҙерлек символы ла.
Хәрәкәт рәтен тулыландырыу Ағиҙел йәштәре араһында илһөйәрлек аңының үҫешен билдәләүсе һәм яңы проекттарға, ҡаҙаныштарға старт биреүсе сағыу ваҡиғаға әүерелде.