-15 °С
Болотло
Күптән түгел Өфө хакимиәтенең хоҡуҡи идаралығы начальнигы итеп Яңауылдан Руслан Исмәғилев тәғәйенләнгәйне. Һәм бына йәнә яҡташыбыҙ Өфө хакимиәтенең киң мәғлүмәт саралары менән үҙ-ара эш итеү идаралығы начальнигы булды тигән хәбәр килде. Баш ҡала мэрының матбуғат хеҙмәте менән Әлиә Такиуллина етәкселек итәсәк.
Әлиә Нәжип ҡыҙы 1994 йылда Яңауыл районының Мәсәғүт ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған, ошонда белем алған.