18 февралдә бөтә донъя Билмән көнөн билдәләй. Был ризыҡтың тиҫтәләгән «милләттәре» - рус билмәндәренән алып итальян равиолиҙарына, япон гедзына һәм ҡытай цзяоцздарына тиклем булһа ла, асылы бер генә: ул туҡлыҡ, ғаилә йылыһы һәм ысын гастрономик бәхет символы.
Билмәндең барлыҡҡа килеүенә бәйле бәхәстәр һаман туҡтамай. Ҡытайҙ тап улар донъяға ошо мөғжизәне бүләк иткән, тип ышана. Финдар һәм удмурттар уны үҙҙәренең милли ҡаҙанышы тип иҫәпләй. Рәсәйгә иһә был ризыҡ, тарихсылар фекеренсә, Себерҙән килгән, унда билмәндәрҙе тоҡлап әүәләгәндәр һәм урамда туңдырғандар.
Совет осоронда билмәнде ҙур байрамҙарға ғына бөгәләр ине. Хәҙер ул тиҙ генә бешереп ала торған көндәлек риҙыҡ булып китте. Ләкин ысын Билмән көнө - йоланы иҫкә төшөрөү өсөн сәбәп ул. Элек ауылдарҙа шундай традиция булған - билмән бөгөр өсөн туғандар, күршеләр күмәкләп йыйылыу. Билмән өмәһе. Һуңынан уны бергә бешереп ашай торғайнылар. Ҙур компаниялар йыйылғанда "бәхет билмәндәре"лә эшләйләр ине: тәңкә - байлыҡҡа, борос - үткер хистәргә, шәкәр - татлы тормошҡа, ә эслекһеҙ билмән - бәхеткә.
Билмән көнөн нисек билдәләргә? Варианттар күп. Билмәндең матурлығы буйынса яки тиҙ бөгөү буйнса чемпионат ойошторорға була. Кисә ҡунаҡтарҙы ғәҙәти булмаған эслек - бәшмәк, балыҡ, картуф һәм шкваркалар, ҡабаҡлы йә хатта татлы ризыҡ өсөн емеш-еләк менән хайран ҡалдырырға мөмкин.
Бына Кутлинка ауылында ла йыл һайын клубта Билмән көнө билдәләнә. Ойоштороусылар гурмандар өсөн байрам әҙерләгән: өҫтәлдәрҙә традицион иттән алып хуш еҫле бәшмәк һәм һутлы йәшелсәгә тиклем төрлө эслек һалып бешерелгән билмән биҙәлгән. «Билмән марафоны», башҡа конкурстар бер-береһен алмаштырҙы. Ҡыҙығы иҫә «Билмән таҡмаҡтары» булды. Байрам тәмле билмәндәрҙе ашау менән тамамланды.