Алексей Савельев - «Башҡортостан геройҙары» программаһы ҡатнашыусыһы. Был программаһының маҡсаты - СВО ветерандары араһынан юғары квалификациялы, компетентлы етәкселәр әҙерләү.
Алексей Михайлович сығышы менән Нефтекаманан, уға 54 йәш. Ул «Документтарҙы өйрәнеү һәм идара итеүҙе документтар менән тәьмин итеү» белгеслеге буйынса Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған һәм «документтар белгесе» квалификацияһын алған.

Оҙаҡ йылдар уның хеҙмәт эшмәкәрлеге Нефтекама ҡалаһының яһалма күн комбинатына бәйле була: 1989 йылда унда энергия ремонтлау участкаһының электр ҡорамалдарын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса электромонтер булып урынлаша, елләтеү һәм йылытыу цехында слесарь-ремонтлаусы, хәрбиләштерелгән оператив һаҡ дежурныйы була.
2014-2017 йылдарҙа - Рәсәй Оборона министрлығы Баш разведка идаралығында хеҙмәт итә. Шулай уҡ Алексей Савельев бер йыл дауамында Донецк Халыҡ Республикаһы Генераль прокуратураһының үҙ именлеге идаралығында шәхси именлекте тәьмин итеү бүлеге офицеры булып эшләй. 2025 йылдың февраленән Краснокама район хакимиәтенең милек мөнәсәбәттәре секторы начальнигы вазифаһын башҡара.